Инйәр
+28 °С
Болотло
Новости
24 Март , 10:15

Республикала йыл башынан 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән

Роспотребнадзорҙың республика идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылдың ғинуар-февралендә Башҡортостанда 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән. Былтыр ошо уҡ осорҙа 30 кеше хәмер эсеп вафат булған. 

Республикала йыл башынан 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгәнРеспубликала йыл башынан 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән
Республикала йыл башынан 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән

Өфөлә (6 осраҡ), Ишембайҙа, Стәрлетамаҡта (2), Благовещенда, Нефтекамала, Туймазыла (1), Баҡалы (2), Дүртөйлө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка, Шаран райондарында (1) этанол йәки аныҡланмаған спирт менән ағыуланыуҙан үлем осраҡтары теркәлгән.

Шулай уҡ наркотиктар һәм психодислептиктар (галлюциногендар) менән ағыуланыуҙың 21 осрағы теркәлгән, 9 кеше үлгән. Ике ай эсендә 32 кеше углерод әсемәһенән (һөрөмдән) ағыуланған, уларҙың 17-һе һәләк булған.

Йыл башынан алып республикала бөтәһе 411 химик этиологиялы ағыуланыу осрағы теркәлгән, шуларҙың 75-е йәғни 18,2% үлем менән тамамланған. 

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас