Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
24 Март , 10:13

Дәүләт Думаһында закон проекты ҡарала

Дәүләт Думаһы 24 мартта өс йәшкәсә балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һынау ваҡытын тыйыу тураһында закон проектын ҡарай. Был хаҡта парламент спикеры Вячеслав Володин белдерҙе.

Дәүләт Думаһында закон проекты ҡаралаДәүләт Думаһында закон проекты ҡарала
Дәүләт Думаһында закон проекты ҡарала

Тәҡдим ителгән нормаларға ярашлы, эш биреүселәрҙең өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һынау ваҡыты тураһында шартты хеҙмәт килешеүенә индерергә хоҡуғы юҡ. Закон ҡабул ителгән осраҡта 2026 йылдың 1 сентябрендә көсөнә инергә тейеш.

«Үҙгәрештәр декрет ялынан һуң профессиональ эшмәкәрлеккә тотонған йәш әсәләрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлай», — тине Вячеслав Володин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-23/v-gosdume-rassmotryat-zakonoproekt-kasayuschiysya-mam-detey-do-tryoh-let-4624532

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас