Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
24 Март , 10:16

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал

Республикала ташҡындың иң насар сценарийы бойомға ашҡан осраҡта 44 ҡалала һәм райондағы 313 тораҡ пунктты һыу баҫыу хәүефе янай. Уларҙа 86 меңдән күберәк кеше йәшәгән 22 меңдән ашыу торлаҡ йорт урынлашҡан. Был турала 23 мартта оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдерҙе. 

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтималБашҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал
Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал

Уның һүҙҙәренсә, эвакуация осрағына республика 45 мең кешегә 334 ваҡытлыса урынлашыу пункты әҙерләгән.

«Республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы эше ойошторолдо. Муниципалитеттар менән берлектә боҙ тығындары барлыҡҡа килеү ихтималлығы булған урындар асыҡланды, 28 муниципаль берәмектә 70 хәүефле участка контролдә тотола. Һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған барлыҡ муниципалитеттар биләмәһендә шартлатыу эштәрен башҡарыу мөмкинлеге тәьмин ителде», — тине Кирилл Первов.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас