Инйәр
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март , 15:40

Бәләкәйҙән белеп үҫәләр

Туймазы районының йәш экологтары “Зәңгәр таҫма” бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.   

Бәләкәйҙән белеп үҫәләр
Бәләкәйҙән белеп үҫәләр

Башҡортостанда “Ҡандракүл” тәбиғәт паркы биләмәһендә уҡыусылар өсөн Бөтә донъя һыу ресурстары көнөнә арналған “Зәңгәр таҫма” флешмобы ойошторолдо. Сара “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә үтте, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

Сарала Туймазы районы Ҡандра ауылының ике мәктәбенең бишенсе класс уҡыусылары ҡатнашты. Балалар Тыуған төйәгенең — Ҡандракүлдең төп байлыҡтарының береһенең матурлығына һәм ҡиммәттәренә иғтибарҙы йәлеп итеү, шулай уҡ һыу ресурстарына һаҡсыл ҡараш мөһимлеген иҫкә төшөрөү өсөн йыйылды.

Зәңгәр таҫмалар – таҙалыҡ һәм тормош символы менән ҡоралланып, парк хеҙмәткәрҙәре етәкселегендә уҡыусылар тере композиция ижад итә. Йәш экологтар һыу тураһында тематик телмәрҙәр әйтә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау эшендә берҙәмлек һәм теләктәшлек күрһәтеп, импровизацияланған “тулҡындар”ҙы йәйелдерә.

“Зәңгәр таҫма” тамаша ғына түгел, танып белеү сараһы ла. Парк хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн күлдең экосистемаһы, һыу ресурстарын һаҡлауҙың мөһимлеге һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында ҡыҫҡаса әңгәмә үткәрә.

– “Экологик именлек” милли проекты ярҙамында ошондай саралар уҙғарыуыбыҙ бик мөһим. Улар балаларға шатлыҡ һәм сағыу хистәр бүләк итеүҙән тыш, йәш саҡтан уҡ тәбиғәткә яуаплы мөнәсәбәт булдыра, — тип билдәләнеләр “Ҡандракүл” тәбиғәт паркы дирекцияһында.

 Фото: "Башҡортостан" ДТРК-ҙы.  

Автор: Рахимов А.
Читайте нас