Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
18 Март , 10:21

Бында мәрхәмәтлелек йәшәй

17 мартта Бөтә донъя социаль хеҙмәт көнө билдәләнде.

Һөнәри байрамдары алдынан беҙ Максим Горький ауылында урынлашҡан “Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар интернат-йорто  хеҙмәткәрҙәре һәм унда йәшәүселәр менән яҡындан аралаштыҡ. 

17 мартта Бөтә донъя социаль хеҙмәт көнө билдәләнде. Һөнәри байрамдары алдынан беҙ Максим Горький ауылында урынлашҡан “Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар интернат-йорто  хеҙмәткәрҙәре һәм унда йәшәүселәр менән яҡындан аралаштыҡ.

Николай Мещеряков, “Шәфҡәтлелек” интернат-йортоноң директоры:

— “Шәфҡәтлелек” интернат-йорто 1993 йылдан башлап үҙ ишектәрен асҡан. Мине бында 2021 йылда етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Элекке вазифам да, шулай уҡ, социаль өлкә менән бәйле ине.

  Әлеге көндә интернатта 132 социаль хеҙмәт алыусы иҫәпләнә. Кеше йәш һәм матур сағында ҡартлыҡ тураһында әллә ни уйланмай, ул бик йыраҡта кеүек тойола. Бындағы олатай-өләсәйҙәр балалар һәм ейәндәр хәстәре менән уратып алынмаған. Тап ошо ғаилә мөхитен интернатта булдырырға тырышабыҙ.

Беҙҙең ойошма  ярҙамға мохтаждар көн күргән урын ғына түгел, ә ысын йорт. Бында кешеләр йылдар буйына йәшәй. Шуға күрә беҙҙең хеҙмәт тәүлек әйләнәһенә күрһәтелә. Уның өҙлөкһөҙ эшен  тәьмин итеү өсөн 54 кешенән торған штат тупланған. Оло йәштәгеләр үҙҙәрен уңайлы тойһон өсөн бында  хеҙмәткәрҙәр тарафынан барыһы ла яйға һалынған. Ҡарттар һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр медицина, хоҡуҡи һәм көнкүреш хеҙмәттәр менән тулыһынса тәьмин ителә. Ә тәрбиәләнеүселәр ваҡытын һаулыҡтарын нығытыу, яратҡан шөғөлө менән булашыу, мәҙәни сараларға йөрөү, китаптар уҡыу, аралашыу һәм ял итеү менән үткәрә ала.

Минеңсә, был һөнәр эйәләренә һәр ваҡыт кешеләргә ярҙамға килергә әҙер булыу кеүек сифаттар кәрәк.

Наталья Соснина, шәфҡәт туташы:

— Бында 2010 йылда эшкә килдем.  Ойошма үҙгәреш кисергән заманда үҙәк район дауаханаһының поллиатив бүлегендә ярты йыл самаһы эшләп, яңынан үҙебеҙгә ҡайттым. Фельдшер Минира Дәүләтбаева етәкселегендә барлығы дүрт пост шәфҡәт туташы көн-төн ҡарттар һәм инвалидтар йортонда йәшәүселәрҙең һаулығы һағында тора, уларҙың хәлен мөмкин тиклем еңеләйтергә тырыша.

Инсульт кисергән кешеләр өсөн беҙҙә махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған спорт залы бар. Улар яңынан йөрөргә, үҙ-үҙен хеҙмәтләндерергә өйрәнә. Социаль реабилитолог ярҙамында техник саралар менән тәьмин ителәләр, улар  менән нисек ҡулланыуҙы үҙләштерәләр. Оло йәштәгеләр һәм инвалидтар һаулыҡ торошона бәйле бик күп мәсьәләләр  кисерә. Дауаланыуҙан алда аралашыуға, иғтибарға, хәстәрлеккә  мохтаж. Мин уларға ярҙам итеүҙең бер ауырлығын да тоймайым, бары тик изгелек эшләүҙән кинәнес кенә алам, — ти ул ҡәнәғәт йылмайып.

Анна Близнецова, килешеү төҙөү буйынса идарасы:

— 2013 йылдан ошо урында хәҙмәт итәм. Минең бурыстарыма аҙыҡ-түлек, кейем, көнкүреш химияһы, йәғни социаль хеҙмәттәр алыусыларҙың йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмә һатып алыу инә. Күпселек хеҙмәткәрҙәр  оҙаҡ йылдар дауамында эшләй. Нисек кенә булмаһын, һәр кемдең холҡон һәм ғәҙәттәрен белеп бөткән, уларға яраҡлаша, хәстәрлек һәм ихтирам менән уратып алырға тырыша. Тәрбиәләнеүселәр, яҡшы мөнәсәбәт күреп,  үҙҙәре лә һәр саҡ ярҙам итергә  әҙер.

Флүрә  Бәширова, ашнаҡсы:

— Бер урында егерме ике йыл эшләйем. Тәүге осор ҡыйын күренһә лә, тора-бара өйрәнелде. Бында йәшәүселәрҙе дүрт тапҡыр йылы аш менән һыйлайбыҙ. Йәнә, яңы уңайлы ашханала теләгән һәр кем үҙенә аҙыҡ әҙерләй һәм сәй эсә ала. Аҙнаһына бер тапҡыр урындағы РайПо магазины сауҙа менән килә.

Әлиә Муллагилдина, мәҙәни саралар ойоштороусы:

—  Минең төп бурысым — оло йәштәгеләрҙең һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ялын ойоштороу. Беҙ бейейбеҙ, йырлайбыҙ, ҡул эштәре менән булашабыҙ, китаптар уҡыйбыҙ, шахмат, шашка уйнайбыҙ һәм аралашабыҙ. Шулай уҡ мәҙәни саралар үткәрәбеҙ, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнәбеҙ, тыуған көндәрҙе билдәләйбеҙ, концерттарға, киноға йөрөйбөҙ, төрлө йүнәлештәге район, республика ярыштарында һәм конкурстарында ҡатнашабыҙ, тыуған төйәгебеҙҙең ҡыҙыҡлы урындары буйлап сәйәхәт итәбеҙ һәм, ғөмүмән, тулы тормош менән йәшәйбеҙ. Тәрбиәләнеүселәребеҙ араһында йырсылар, спортсылар, ҡул эштәре оҫталары бар. Бер нисәүһенең исемдәрен  атап үтәйем: Надежда Щелчкова моңло тауышы менән сараларҙа сығыш яһауҙан тыш,  ҡатын-ҡыҙҙар өсөн үҙенсәлекле биҙәүестәр яһай, улар илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ҙур һорау менән файҙалана. Александр Швалевтың ағас әйберҙәре ял бүлмәһен биҙәй, төрлө хужалыҡ ихтыяждары өсөн хеҙмәт итә. Һәр эшен ул бөтә күңелен һалып башҡара. Ришат Фәтҡуллин, Владимир Иванов район, зона, республика  күләмендә үткән  төрлө спорт ярыштарында уңышлы сығыш яһай.

Байрам һайын мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары, ирекмәндәр тарафынан концерттар ойошторола, бүләктәр тапшырыла. Беҙ күрше Ҡырмыҫҡалы районы, Өфө ҡалаһы, И.А.Киселев исемендәге 1-се Архангел мәктәбе, урындағы “Латыш тарихи-мәҙәни үҙәге” менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Шулай уҡ, даими рәүештә сәс киҫеү, маникюр һәм педикюр оҫталары ярҙамға килә, улар йыш ҡына хеҙмәттәрен бушлай күрһәтә. Беҙ барыһының да ярҙамын ҡыуанып ҡабул итәбеҙ.

Һуңғы йылдарҙа эшкә ҡараш ныҡ үҙгәрҙе. Элек төп бурыс тик физиологик ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереүгә генә ҡайтып ҡалһа,  хәҙер тәрбиәләнеүселәребеҙҙең йәшәү рәүешен төрлөләндереү  өсөн күп нәмәләр эшләйбеҙ һәм был яҡшы һөҙөмтә бирә.

Антонида Сарычева, социаль эш буйынса белгес:

— Был ойошмала мин 2014 йылдан башлап эшләйем. Һәр яңы социаль хеҙмәттәр алыусы менән тәүҙә шәхси килешеү төҙөйбөҙ, ул яңы адресҡа пенсия тәғәйенләү, медицина күҙәтеүе, кейем, түшәк кәрәк-ярағы, гигиена әйберҙәре, аҙыҡ-түлек, кәрәк булғанда техник саралар менән тәьмин итеүҙән башлап ҙур хеҙмәттәр исемлеген үҙ эсенә ала. Артабан һәр кемгә үҙ реабилитация программаһын төҙөйбөҙ.

Оло йәштәгеләрҙең күпселеге, әлбиттә, өйҙәренә ҡайтырға өмөтләнә, әммә ҡайһы берҙәренең кире барырлыҡ урындары ла  юҡ. Ваҡыт үтеү менән, шулай ҙа, бындағы тормошҡа яраҡлашып, йәшәү мәғәнәһен таба, һәр нәмәгә балалар кеүек ихлас шатлана башлай.

Улар араһында тейешле тәрбиә менән тулыһынса үҙаллы булып киткәндәр, хатта ғаиләләр төҙөгәндәр ҙә бар, йә һауығып, үҙ өйҙәренә ҡайтҡан осраҡтар була.

Рәмил Йосопов, Өфө ҡалаһынан: 

— “Шәфҡәтлелек” интернат-йортона 2019 йылдың 19 майында урынлаштым. Мин баш ҡалала тыуып үҫтем, күп йылдар Өфө нефть эшкәртеү заводында компрессор ҡорамалдары машинисы булып эшләнем. Ғаиләм бар ине. Тик, насар ғәҙәттәрем арҡаһында, уларҙан ҡолаҡ ҡаҡтым һәм  һаулығыма төҙәлмәҫлек зыян килтерҙем.

Әкренләп, күрәһең, мин бында үҙемдең  йыуанысымды һәм йәшәү мәғәнәмде таптым. Иң мөһиме, хәҙер сәләмәт тормош алып барам. Икенсенән, күңелемә ятҡан шөғөлөм бар  — иртә яҙҙан алып көҙгә тиклем теплицаларҙа төрлө йәшелсәләр үҫтереү һәм тәрбиәләү менән булашам. Әйткәндәй, әлеге мәлдә яңы үҫентеләр өсөн бер нисә төр орлоҡ сәстем.

Донъяға ҡарашым үҙгәреүенә нимә йоғонто яһағанын әйтә алмайым, әммә мин ер эшенән һәм башҡаларға ярҙам күрһәтә алыу мөмкинселегенән ысын ләззәт табам һәм көс-ҡеүәт алам, — ти ул.

Заманса технологиялар тормошто еңеләйтә, әммә кешеләрҙең үҙенсәлекле сифаттарын алмаштыра алмай. Социаль хеҙмәткәр иңенә көн һайын ярҙамға, аралашыуға мохтаж оло кешеләр һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр янына барып, уларҙы тыңлау, хәлдәрен еңеләйтеү кеүек ҙур бурыстар һалынған. Улар башҡаларға изгелек нуры өләшә, хәстәрлек күргәндәрҙең, иғтибарға мохтаж булғандарҙың рәхмәтен тойоп йәшәй.

Физәлиә Ғәниева.

Автор фотолары.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас