Ауырғазы районының 17 мәктәбендәге һынлы сәнғәт, музыка һәм физика кабинеттары өсөн, ”Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы, яңы ҡорамалдар алынды.
Музыка кластарында күсмә мобиль акустика системаһы һәм музыка үҙәге менән берлектә вокал занятиеларын үткәреү мөмкинлеге тыуасаҡ. Бының өсөн микрофондар алыу планлаштырыла. Һынлы сәнғәт кабинеттары мольберттар һәм профессиональ гипс моделдәре комплекттары менән йыһазландырыласаҡ. Физика кабинеттарында яңы ҡорамалдар ярҙамында төрлө ҡыҙыҡлы тәжрибәләр үткәрергә мөмкин буласаҡ.
“Беҙ парта һәм таҡталар ғына һатып алмайбыҙ, беҙ фәнгә һәм ижадҡа ҡыҙыҡһыныу уятыусы мөхит тыуҙырабыҙ. “Бөтә яҡшы нәмә – балаларға” проекты һәр балаға, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, үҙен һынап ҡарарға, үҙен тикшеренеүсе, ижадсы итеп тойорға ярҙам итәсәк. Был илебеҙ киләсәгенә лайыҡлы өлөш буласаҡ”, – тине Ауырғазы районының мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Ғиләжетдинов.
Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (нацпроект “Молодежь и дети”) йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрең бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү- производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхләҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: национальные проекты.рф