Инйәр
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март , 15:13

Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!

“Бөркөт” ҡушаматлы яугиребеҙ 1999 йылда Муллаҡай ауылында Тәнзилә һәм Флүр Ялаловтар ғаиләһендә донъяға килә. Мәктәптә белем алғандан һуң, артабан Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика-математика факультетында уҡый.

Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!

Йәш егет тормош юлын Рәсәй Ҡораллы көстәре менән бәйләй. 2021 йылдан Алкино хәрби часында контракт нигеҙендә сапер булып башлай. Ике йылдан һуң, яҡташыбыҙға кесе сержант исеме бирелә, бер рәттән взвод командиры урынбаҫары була, ә үткән йылдан рота старшинаһы вазифаһы ла йөкмәтелә.

– Махсус хәрби операция башланғас, ситтә ҡалманым, МХО биләмәһенә юлландым. Унда ла сапер булып хеҙмәт итәм. Ҡыҙғанысҡа күрә, ошо уҡ йылдың июлендә яраландым һәм ике ай – дауаханала, артабан реабилитацияла булдым. Һауыҡтырыу курсын үткәс, яңынан сафҡа баҫтым һәм Тыуған ил алдындағы бурысымды артабан да үтәй башланым,- тип хәбәр итте “Бөркөт”.

Районыбыҙҙың намыҫлы улы “Минанан таҙартыуҙа”, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби батырлыҡ өсөн” II дәрәжә, “Махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнә. Күптән түгел яҡташыбыҙҙың түшенә тағы ла бер награда өҫтәлде. Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Радий Хәбиров генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов  ордены менән бүләкләне. Ул махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби задание мәлендә командирлыҡ оҫталығын күрһәтеп, ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәй. Унда райондашыбыҙ подразделениеһы менән диверсанттарҙың һөжүмен кире ҡайтара һәм үҙенең хеҙмәттәштәренең ғүмерен һаҡлап ҡала. 

Автор: Рахимов А.
Читайте нас