Инйәр
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март , 15:08

Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса

Тәбиғәт кешегә сикһеҙ мөмкинлектәр биргән. Шуға ла һәр бала тыумыштан нимәгә булһа ла һәләтле була. Уларҙы ваҡытында күреп, үҫтерә белеү зарур. Тимәк, кешелә ниндәйҙер ынтылыу булһа, ул юл ярып сығасаҡ. Шулай ҙа уның бик аҙ өлөшө беҙҙең гендарға һалына, кешенең ҡыҙыҡһыныуы, мауығыуы, нимәнелер икенселәргә ҡарағанда яҡшыраҡ башҡарыуы сағыла, әммә һөҙөмтәлә 99 процент кешенең үҙ өҫтөндә эш алып барыуынан тора, шул саҡта ғына таланттар һәм даһиҙар үҫеп сыға.

Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса

Бындай бала үҙенең фекерләү ҡеүәһе, ҡыҙыҡһыныусан булыуы менән бүтәндәрҙән айырылып тора. Ғәҙәттә, уларҙың хәтере яҡшы үҫешкән, фекерләүе үҙенсәлекле һанала. Улар бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшә, төрлө түңәрәктәргә йөрөй, мәктәп, район һәм республика кимәлендә үткәрелгән бихисап сараларҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша.

Районда ла ундай балалар юҡ түгел. Әленән-әле мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре юғары һөҙөмтәләр яулай. Кемдер уҡыу яғынан, кемдер спорт, ә кемдер мәҙәниәт йүнәлеше буйынса еңеүҙәр яулай. Бында, әлбиттә, мәғариф бүлегенең, балалар сәнғәт мәктәбе, шулай уҡ “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге менән “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген билдәләп үтеү зарур.

Ошо кескәйҙәрҙең сифаттарын асыусы төп һыҙаттар итеп түбәндәгеләрҙе билдәләй алаһығыҙ:

– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, белемгә ынтылыш, танып белеүгә ихтыяж;

– ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сисеүгә маһирлыҡ;

– тыуасаҡ һорауҙарға һиҙгерлек;

– үҙенсәлекле фекергә эйә булыу;

– юғары кимәлдәге иғтибарлылыҡ;

– һөҙөмтәле фекер йөрөтөү;

– сағыштырыуҙарҙы еңел билдәләү, табыу;

– яҡшы хәтер;

– телмәренең үҫешкән, һүҙлек байлығының күплеге.

Ул балаларҙы эҙләү, таланттарын асыу һәм үҫтереү –  күп ваҡыт, көс талап иткән мәшәҡәтле һәм етди хеҙмәт. Тик уҡытыусының һәм ата-әсәләрҙең эҙмә-эҙлекле йүнәлеш биреүе, баланың тырышлығы яҡшы һөҙөмтәләргә юл асыуы ихтимал.

Автор: Рахимов А.
Читайте нас