

Ошо көндәрҙә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре тарафынан Инйәр йылғаһында квадрокоптер ярҙамында тикшереү ойошторолдо. Улар белдереүенсә, йылға боҙ менән ҡапланған, тик ҡаһы бер урындарҙа ғына яр буйҙарында йырымдар барлыҡҡа килгән.
Яҙғы ташҡындың хәүефһеҙ үтеүен тәьмин итеү буйынса саралар комплексын үткәреү дауам итәсәк,- тип белдерҙе райондың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Рөстәм Сәйфетдинов.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546