

Айһылыу Салауат ҡыҙы Благовар районының Иҫке Күсербай ауылында тыуа. Шулай ҙа тормош юлы әсәһенең тыуған районында дауам итә. Баҡалды ауылы мәктәбен тамамлағандан һуң, 1995 йылда Кушнаренко ауыл хужалығы техникумына ветеринар фельдшеры һөнәрен һайлай.
Студент саҡтарында райондың ветеринария станцияһында практика үтә. Белем усағын “ҡыҙыл” диплом менән тамамлағас, ошо уҡ ойошмаға эшкә урынлашып, бер рәттән Башҡорт дәүләт аграр университетына ветеринария медицинаһы факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Ләкин алдынғы ҡарашлы, юғары маҡсаттар ҡуйып өлгәшкән йәш хеҙмәткәр, 2009 йылда үҙенең эшен асырға ниәтләй. Район үҙәгендә йорт хайуандарына тәғәйенләнгән иҫкәртеү һәм дауалау өсөн антибиотиктар, витаминдар, аҙыҡ өҫтәмәләре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатыу нөктәһен аса. Үткән йылдан башлап контрафактҡа ҡаршы “Намыҫлы билдә” ысулын ҡуллана һәм ветеринар табиптарының рецептары аша ла дарыуҙар менән тәьмин итә.
Айһылыу Салауат ҡыҙы әле лә ауыл хужалығы тармағы буйынса, төрлө кимәлдәге форумдарҙа, семинарҙарҙа әүҙем ҡатнашып, бизнес-пландар төҙөү, маркетинг юлдары, гранттарҙа ҡатнашыу буйынса белемен камиллаштыра. Көнүҙәк мәсьәләләр күп булыуға ҡарамаҫтан, ул, ял итергә лә ваҡыт таба. Буш саҡтарында сәйәхәт итергә, китаптар һәм шәжәрә буйынса мәғлүмәт тупларға ярата.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546