

Солтановтарҙың өйҙәренән кеше өҙөлмәй, сөнки көн-төн тимәй, уларға ауыл халҡы ярҙам һорап килә. Урындағы урта мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлаған ҡыҙ ата-әсәһенең, Ләлә, Рида апаларының юлынан һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә барырға уйлай, әммә уҡытыусы һөнәрен һайларға өгөтләгән әсәһенең кәңәшен тотоп, Бөрө педагогия институтына документтарын тапшыра. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, ул биология-химия факультеты студенты булып китә. Уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алғас, Гөлнур Хәйрислам ҡыҙы тыуған яғына ҡайта. Хеҙмәт юлын район мәғариф бүлеге етәкселеге юлламаһы буйынса Иҫке Ырныҡшы мәктәбендә башлай. Йәш белгес бар тырышлығын һалып балалар менән эшләй. Улар менән төрлө саралар үткәрә, конкурстарҙа ҡатнаша, ғөмүмән, тиҙ арала коллективҡа өйрәнеп, үҙ кешеһенә әйләнә.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546


Бәхет эҙләп әллә ҡайҙа ситкә юлланмай ул, Ҡыҫынды ауылы егете Сабит Ҡырымбаев менән 2003 йылда сәстәрен сәскә бәйләп, улар ҡайны-ҡәйнә йортонда парлы тормош юлын башлай. Мөхәббәт емештәре булып донъяға ҡыҙҙары Гөлназ килә. Бер аҙҙан йәштәр Сабит Сабирйән улының эше буйынса Өфөгә күсеп китеп, унда төпләнә. Йәш әсә беренсе декрет ялынан һуң Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатына эшкә урынлаша. Тормоштарын йәмләп, игеҙәк улдары Дамир һәм Динар тыуғас, Ҡырымбаевтар күмәк балалы ғаиләгә әйләнә. Кескәйҙәре үҫеп, балалар баҡсаһына йөрөй башлай. Бәләкәстәр менән мәшәҡәттәр артыу сәбәпле, Гөлнур һылыу мәктәптән китеп, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың балалар уҡыу үҙәгенә урынлаша. Янғын һүндереүселәр сафында эшләгән тормош иптәшенә 2014 йылда торлаҡ һатып алыу өсөн сертификат тапшырыла.


— Барғас та йәшәргә урын бирҙеләр, икебеҙгә лә эш бар ине. Әммә бер ҙә генә баш ҡалала ҡалғы килмәне. Ауыл, тип йән атып, ял һайын тейәлешеп, ҡайта ла килә инек. Өфөнән фатир алырға мөмкинселек бирелһә лә, беҙ 2016 йылда ҡайтып, Архангелдә йәшәй башланыҡ, — тип иҫләй ул. Район мәҙәниәт йортонда тиҫтә йылға яҡын әйҙәүсе методист вазифаһын биләгән Гөлнур Хәйрислам ҡыҙы Ҡырымбаева хеҙмәттәштәренә ҡарата һәр саҡ итәғәтле, тәрбиәле, ихтирамлы мөнәсәбәттә. Үҙ эше тураһында ла ул дәртләнеп һөйләй.
— Мәҙәниәт йортоноң методик бүлегенә район мәҙәниәт йортонан тыш, 22 культура учреждениеһы инә, уларҙың араһында — 14 ауыл мәҙәниәт йорто, алты ябай ауыл клубы, бер күп профилле клуб. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, шылтыратыуҙарҙан телефондар тынмай тиерлек: кемдер концерт ҡуя, икенселәре ниндәйҙер сара үткәрә, өсөнсөләренә сценарий яҙыу буйынса кәңәш кәрәк. Ошо арала район буйынса Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған ҙур фестиваль старт алырға тора, шуға әҙерләнәбеҙ. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – төрлө ваҡиғаларҙы ойоштороу өсөн пландар төҙөү, сценарийҙар һәм программалар уйлап табырға ярҙам итеү, яҙмалар һәм отчеттар алып барыу. Шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең белемен арттырыу, кәрәкле талаптарҙы еткереү өсөн даими семинарҙар, һөнәрҙәренә ярашлы уҡыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар үткәреү. Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа ауыл клубтарына эшкә килергә атлығып торған йәштәр юҡ. Шуға күрә, урындағы мәҙәни усаҡтар әлеге көндә кадрҙар ҡытлығы кисерә, — ти әңгәмәсем.
Ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған кеше ул Гөлнур Хәйрислам ҡыҙы. Тормош иптәше менән бергә матур итеп донъя көтәләр. Әлеге көндә балаларының уңыштарына һөйөнөп, киләсәккә яҡты уйҙар менән янып йәшәйҙәр. Уҙған йылда Ҡырымбаевтар яңы йорт төҙөү өсөн нигеҙ ҡорған, уның эшен тиҙерәк тамамларға хыялланалар. Оло ҡыҙҙары Гөлназ Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтын тамамлап, әлеге көндә баш ҡаланың Өфө район суды секретары. Егеттәр И.А.Киселев исемендәге 1-се Архангел мәктәбенең 10-сы класында тырышып белем ала. Маҡсаттары — Беҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыу, юғары уҡыу йортонда уҡыу, һөнәр һайлау. Ғаилә башлығы Сабит Сабирйән улы иһә бихисап йылдар вахта ысулы менән ҡырға йөрөп эшләй. Ял ваҡыттарында улар ғаиләһе менән бергә сәйәхәт итергә, йәйен һыу инергә, тәбиғәттә йөрөргә, еләк, бәшмәк йыйырға ярата. Матурлыҡҡа ғашиҡ хужабикә гөлдәр үҫтерергә, яҡындары өсөн тәмле-татлы ризыҡтар бешерергә әүәҫ. Ҙур баҡса ла тырышлыҡ һәм иғтибар талап итә. Ҡунаҡсыл хужаларҙы яҡындары, күршеләре, дуҫтары ихтирам итә һәм хөрмәтләй. Тыуған тупраҡтан көс-дәрт, илһам алып йәшәй Ҡырымбаевтар. Йортта йылмайып торған бәхетле әсә булһа, уның ире, балалары ғына түгел, ә бар тирә-яҡ шатлыҡҡа күмелә, өйгә ҡот ҡуна. Ошо хаҡта онотмайыҡ, хөрмәтле гүзәл заттар!
Физәлиә Ғәниева.
Фото — ғаилә архивынан.