Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
4 Март , 10:31

"Миңә йорт кәрәкмәй. Тыуған ауылыңда мәсет төҙө, атай"

– Ҡыҙымдың был һүҙҙәренән күҙҙәремдән йәш бәреп сыҡты, – ти имам Рим Солтанов.

"Миңә йорт кәрәкмәй. Тыуған ауылыңда мәсет төҙө, атай""Миңә йорт кәрәкмәй. Тыуған ауылыңда мәсет төҙө, атай"
"Миңә йорт кәрәкмәй. Тыуған ауылыңда мәсет төҙө, атай"

Бала йәнле, хәстәрлекле атай, улына йә ҡыҙына булыр тип, урманлы районда өйлөк бура эшләтә. Әммә уй-ниәте тормошҡа ашмай...

– Миңә йорт кәрәкмәй, – тип белдерә медицина университетында уҡып йөрөгән, ауылға ялға ҡайтҡан ҡыҙы. – Ағайымдың үҙ фатиры бар. Ул бураны беҙгә бирмә, тыуған ауылың Тәүәкәскә алып ҡайт, атай. Мәсет итеп күтәрт.

Изге ниәттә башлағас...

– Ҡыҙымдың был һүҙҙәренән ныҡ тулҡынланып, күҙҙәремдән йәш бәреп сыҡты, – тип күптәнге ваҡиғаны әле лә тәьҫирләнеп иҫкә ала Рим ағай Солтанов. – Дин юлында, намаҙ уҡый ине студент ҡыҙыбыҙ. Уға эйәреп, оҙаҡламай әсәһе лә – ҡатыным – Ислам тәғлимәттәрен үтәй башланы. Бер аҙҙан иһә үҙем дә намаҙ уҡый инем инде.

Ә тыуған ауылында мәсет төҙөтөү уйы күңелендә электән була Рим ағайҙың. Балалары, ҡатыны ошо теләген дөрләтеп ебәргәс, изге эшкә илһамланып, дәртләнеп тотона ул.

– Район үҙәгендә йәшәгәс, төҙөлөш мәлендә Архангел менән Тәүәкәс араһына саң ҡундырманыҡ, был юлдан ҡайһы саҡта көнөнә бер нисә тапҡыр үтергә тура килә торғайны, – ти Рим Миңләхмәт улы. – Өҫтәүенә шәхси эшҡыуарлыҡты алып барырға кәрәк: магазиндарыбыҙ бар ине, шулай уҡ һарыҡ фермаһы. Ҙур теләк, изге ниәт менән тотонғас, барыһы ла уң булды, әл-хәмдү лил-ләһ.

“Солтан” тип атайҙар мәсетте. Ул инде хәҙер – тәүәкәстәрҙең ныҡлы терәк-таянысы, күңелде бушатыр, йылытыр, өмөт ҡабыҙыр урын. Оло йәштәге имам-хатип баҡыйлыҡҡа күскәс, урынына ике йыл элек Рим Миңләхмәт улының үҙен ҡуйғандар. Күптән дин юлына килгән, хаҡлы ялдағы ағай ихлас ризалашҡан.

– Районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Фәнзил хәҙрәт Хисаметдинов миңә ҙур ышаныс белдерҙе, – ти Рим Солтанов. – Тыуған ауылымдағы мәсеткә былай ҙа йома һайын ҡайтып, хөтбә тыңлап, намаҙ уҡып китә инек. Хәҙер инде, әл-хәмдү лил-ләһ, изге төйәгем, ауылдаштар менән ара тағы ла яҡынайҙы.

Мосолмандың төп һыҙаты – өҙлөкһөҙ хеҙмәттә булыу. Пәйғәмбәребеҙҙең ошо аманатына тоғро ҡалып, Рим Солтанов, хаҡлы ялда булһа ла, йүнселлек менән шөғөлләнеүен дауам итә: магазиндарын япһа ла, Муллаҡай ауылында һарыҡ фермаһын бөтөрмәй тота. “Хәрәкәттә – бәрәкәт, – ти ул. – Эшһеҙ ултырыу динебеҙгә лә, халҡыбыҙға ла хас түгел. Хеҙмәттең сәләмәтлек нигеҙе булыуы хаҡында вәғәздәремдә лә йыш һөйләргә тырышам”.

Уңайлы шарттарҙың әһәмиәте ҙур

Рим Миңләхмәт улы әйтеүенсә, Тәүәкәстә Ҡөрьән мәжлесе үткәреүселәр, дини белем алыусылар, мәсеткә йөрөүселәр, намаҙ уҡыусылар йылдан-йыл арта бара. Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәренә тотош ауыл халҡы йыйыла, ситтә йәшәгәндәр ҙә был байрамдар мәлендә тыуған төйәгенә ҡайтырға тырыша.

– Мәсеттә аҙна һайын уҙғарылған йома намаҙҙарында 15-ләп кеше даими ҡатнаша. Ололар ҙа, йәштәр ҙә бар. Вахта ысулы буйынса ҡырҙа эшләгән ир-егеттәребеҙҙең дә ялы мәлендә мәсеткә йөрөүе, Аллаһ ҡушҡанса йәшәргә ынтылыуы һөйөндөрә, – ти Рим Миңләхмәт улы. – Иман йорто асылғандан бирле һәр йома намаҙынан һуң күмәкләп сәй эсеп, һөйләшеп ултырыу йолабыҙға әүерелгән. Урындағы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса ла тап шундай осрашыуҙар мәлендә фекер алышабыҙ, хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Ошондай һөйләшеүҙәр быуындар бәйләнешен дә нығыта.

Тәүәкәс диндарҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзалары хаҡында даими хәстәрлек күрә. Ҡорбан салып, яугирҙәрҙең ата-әсәһен, яҡындарын, туғандарын мәсеткә йыйып, ҙур дини мәжлестәр үткәрәләр. “МХО-лағы ир-егеттәребеҙҙең именлеге, һәләк булғандарҙың йән тыныслығы өсөн бергәләп Ҡөрьән аяттары уҡыйбыҙ. Яугирҙәрҙең яҡындарының хәлен һорашып, күңел кисерештәрен тыңлап, кәңәштәр биреп, кискә ҡәҙәр һөйләшеп ултырабыҙ, – ти имам-хатип. – Күрәһегеҙ, мәсетебеҙҙең ике яҡ диуары ҡырына ҙур өҫтәлдәр ултыртылған. Уларҙы тышҡа сығарырға уйламайбыҙ ҙа, сөнки, әйтеүемсә, дини мәжлестәр даими үтә. Кешеләрҙең күбеһе хәҙер Ҡөрьән ашын үҙ өйөндә түгел, ә мәсеткә килеп уҙғара. Хәҙер, Рамаҙан айында, ифтарҙарҙы ла ошонда үткәрәбеҙ. Бында урын да иркен, шарттар ҙа яҡшы. Газ үткән. Бешеренеү өсөн айырым бүлмә бар. Мәжлес үткәргән кешеләр аҙаҡ йыйыштырып ҡайтһа, башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй. Иң мөһиме, әл-хәмдү лил-ләһ, дин юлына яҡынайғандар арта – барыһынан да Аллаһ риза булһын”.

Уңайлы шарттар тигәндән, күптән түгел “Солтан”ға төкәтмә лә төҙөп, унда тәһәрәтхана булдырғандар. Эстә – бәҙрәф, йылы һыу. Заманса йылы иҙән дә һалынған. Бындай уңайлылыҡтар өсөн ауыл халҡы бик һөйөнә.

“Доғанан айырылмайыҡ”

Имам-хатип әйтеүенсә, ғәйет байрамдарында мәсеткә халыҡ күп йыйыла. Ҡырҙа йәшәгән ауылдаштары күпләп ҡайта. Иман йортона берәү ҙә буш ҡул менән килмәй – намаҙлыҡтар, дини атрибуттар бүләк итәләр. Мәсеттең техник хәлен хәстәрләүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Фәтҡулла исемле ҡәрҙәшебеҙ көн дә газды тикшереп, ул-был хәл килеп сыҡһа, яйға һалып тора. “Шуға ла күңелем тыныс. Мәсет һәр саҡ ҡараулы”, – ти имам-хатип.

Тәүәкәс ауылынан әле ике егет Өфөләге Ислам колледжында белем ала. Быйыл, иншаллаһ, Рим ағай Солтанов үҙе лә уҡырға инергә йыйына. Хәҙергә иһә булған белемен онлайн дәрестәрҙә камиллаштыра, тейешле әҙерлек менән барырға ниәтләй.

– Әйткәндәй, бер туған апайым да Аллаһ юлында, – ти имам-хатип. – Ул Ырымбурҙа йәшәй, шунда дини ғилем алды. Берәүҙән – икәү, икәүҙән өсәү яҡшы, тигәндәй, бер юлда булғас, осрашһаҡ та, телефон аша ла һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Туғанлыҡ хисебеҙҙе Аллаһ Тәғәлә тағы ла көсәйтте, әл-хәмдү лил-ләһ. Әле Рамаҙан айында, ғәҙәттәгесә, айырыуса йыш һөйләшәбеҙ. 

...Рим ағай менән һөйләшкән арала уға Өфөлә йәшәгән ауылдаштары шылтыратып, ялдарҙа ҡайтып, мәсеттә Ҡөрьән аяты мәжлесе үткәрергә йыйыныуҙары хаҡында әйтте. Атайҙары махсус хәрби операцияла һәләк булған, тыуған ере Тәүәкәстә ерләнгән икән. Балалары йыш ҡайтып, мәрхүмдең рухына аят уҡытып тора.

– Баҡыйлыҡтағыларға бит доға кәрәк, – ти имам-хатип. – Шуны онотмай, мәрхүмдәрҙең рухына бағышлап Ҡөрьән аяттары уҡытып торһаҡ ине. Доға – күңел дауаһы, тыныслыҡ, именлек нигеҙе лә. Унан айырылмайыҡ.

----------------

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Мәғлүмәт https://bashgazet.ru/articles/iman/2026-02-22/mi-yort-k-r-km-y-tyu-an-auyly-da-m-set-t-atay-4588404 сайтынан алынды.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас