

Лиана Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында Йәмилә Ҡәнзәфәр ҡыҙы менән Батыр Хәзиәхмәт улы Ханнановтар ғаиләһендә тыуып-үҫә. Өс бала араһында кинйәһе. Раевка урта мәктәбен уңышлы тамамлағас, һөнәр алыу теләге менән Өфө медицина колледжына уҡырға инә. Студент йылдары бик тиҙ үтеп китә. Ҡулына диплом алған йәш белгес 2006 йылда ҡаланың 21-се дауаханаһына шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша. Бер аҙ тәжрибә туплағас, үҙ районына ҡайтып, үҙәк район дауаханаһында һөнәре буйынса хеҙмәт юлын дауам итә.
Илдар Рауил улы Муллаҡай ауылында донъяға килә. 11 ай ғына сағында, әсәһе Зөһрә Мәҡсүт ҡыҙы менән Өфөгә йәшәргә күсеп китәләр. Егеттең бала сағы, үҫмер йылдары баш ҡалала үтә. Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында белем алғанда уҡ уның күңелендә төрлө техникаға ҡыҙыҡһыныу уяна. Шуға күрә, мәктәпте тамамлағас та радиотехник колледжына уҡырға инә.
Лиана менән Илдарҙың танышыу тарихы ла бик үҙенсәлекле килеп сыға.
— Социаль селтәрҙәрҙең саҡ сыҡҡан сағы. Мин дә, әхирәтемдең тәҡдиме буйынса, унда теркәлеп, үҙ “битемде” булдырҙым. Бер көн миңә дуҫлыҡ тәҡдим итеп, Илдар яҙҙы. Беҙ уның менән танышып, ныҡлап аралаша башланыҡ. Эшемдән квалификация күтәреү курстарына Өфөгә уҡырға ебәргәндә осраштыҡ һәм тәү күреүҙән бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ. Бер аҙҙан бергә булырға ҡарар иттек. Тәүҙә Өфөлә йәшәнек, ә 2014 йылда Илдарҙың тыуған районына ҡайтып, Баҡалдыла төпләндек. Әйтергә кәрәк, ул бында 2008 йылда уҡ йорт һатып алып, уны яйлап тәртипкә килтерә башлай, аҙаҡтан әсәһен дә күсерә, — тип һөйләй хужабикә.
Тап 4 ноябрь көнө Насировтар ғаиләһенең никахтары уҡылып, уларҙың ҡулға-ҡул тотоношоп, оло тормош юлына баҫҡан мәлдәре. Был ваҡытҡа ун биш йыл уҙыуына ҡарамаҫтан, йәштәр матур итеп донъя ҡорорға ла, биш балаға атай менән әсәй булырға ла өлгөргән. Уҙған йыл Лиана Батыр ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә.
Балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп үҫтерә улар. Матурлыҡты, гүзәллекте күрә белгән ата-әсә улар өсөн үрнәк булып тора.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546
Яңы йыл алдынан Насировтарҙың йорто тәүгеләрҙән булып байрам төҫө ала. Ҡарҙан әүәләнгән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, сағыу төҫтәр менән емелдәшкән шыршы ла йорт тирәһен йәмләй. Яңы йыл, тыуған көн байрамдарын айырыуса яраталар был ғаиләлә, сөнки ата-әсә һәр береһен үҙенсәлекле итеп ойошторорға тырыша. Шулай уҡ аквапаркта, йәйен тәбиғәт ҡосағында ял итеү, кәмәлә йөҙөү, ҡышын сана, саңғыла йөрөү, мәктәптә үткән волейбол, баскетбол, футбол уйындарында ярышыу уларҙың яратҡан шөғөлө генә түгел, ә тормош рәүеше.
Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа тиеүҙәре хаҡтыр. Хөкүмәт тарафынан бирелгән иғтибар-ярҙам өсөн бик рәхмәтле улар. Шулай тиһәң дә, “беҙ күп балалы ғаилә” тип, дәүләт елкәһендә ултырмайҙар. Дәртләнеп донъяларын бөтәйтәләр, балаларын тәрбиәләйҙәр.
Насировтарҙың иң өлкәндәре Самат — Өфөнөң йылылыҡ-энергетика колледжының 2-се курс студенты. Уҡыу алдынғыһы, спортты ла үҙ итә. Илнар, Динар, Әмир улдары әлегә мәктәп уҡыусылары. “Арыш араһында бер бөртөк бойҙай”ҙай Риана ҡыҙҙары балалар баҡсаһына йөрөй. Насировтарҙың фамилияһы әленән-әле беҙҙең гәзит биттәрендә урын ала, сөнки улар ауыл һәм район кимәлендә үткән бөтә йәмәғәт сараларында, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, концерттарҙа сығыш яһай.
Һәр бер “ҡошсоғон” иғтибар, наҙ менән уратырға тырышҡан әсә ситтән тороп балалар психологы һөнәрен дә үҙләштерә. Бер ваҡыт хатта башҡа ғаиләләр өсөн консультант булып эшләй.
— Өйҙә һәр кемдең үҙ бурыстары билдәләнгән. Кем ҡайһы көн тәртип урынлаштыра, ҡашығаяҡ, иҙән йыуа һәм башҡа йорт эштәрендә ярҙам итә — үҙҙәре график төҙөгән. Татыуҙар, бер-береһенә ярҙамсылдар.
Ишле булғастар, ҡайһы саҡта үтә ныҡ тауышланып та китәләр, күпселеге малайҙар бит, бәхәсләшеп тә алалар. Балаларыбыҙҙың иҫән-һау үҫеүҙәренә һөйөнөп, Хоҙай биргәненә шөкөр итеп, йәшәргә тырышабыҙ, — тип йылмая әңгәмәсем.


Лиана Батыр ҡыҙы өйҙә, балалар менән мәж килә. Өҫтәлдә — үҙҙәренең баҡсаһында үҫтерелгән йәшелсә, емеш-еләк, турама-ҡайнатмалар. Хужабикә аш-һыуға бик оҫта, ҡамыр ризыҡтарын төрлөләндереп бешерә, сәскәләр үҫтерә. Уҙған йылда ул күптәнге хыялын ғәмәлгә ашыра — ауылда “Озон” пунктын асып ебәрә.
Ғаилә башлығы тәүге осор ситкә йөрөп төҙөлөштә эшләй. Яйы сыҡҡанда башта үҙҙәренә, артабан таныштарына көнкүреш техникаһын ремонтлау менән шөғөлләнә. Яйлап клиенттары күбәйә һәм улар үҙҙәренең оҫтаханаһын булдыра. Электр сәйнүге, телевизор, микротулҡынлы мейес, кер йыуыу машинаһы, электр плитә һәм башҡа “ярҙамсылар”ҙың боҙоҡ ерен йүнәтеп, уларға “икенсе тормош” бирә.
Атанан күргән — уҡ юнған, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Малайҙар ҙа был эшкә әүәҫтәр, бигерәк тә әлеге көндә төрлө “матайҙар” — питбайк, скутерҙар, квадроциклдар ҡыҙыҡһындыра уларҙы.
Риана иһә, егеттәр араһында үҫеүенә ҡарамаҫтан, иркә генә, хисле бала. Ҡыҙ затынан бит — матурлыҡҡа ғашиҡ. Үҫкәс йә дизайнер, йә стилист булырға хыяллана.
— Ғаиләләге иң яҡшы сифаттарҙы үҙләштерә-үҙләштерә йәшәргә тырышабыҙ. Тыуған илде һәм туған телде һөйөү, ололарҙы һәм кеселәрҙе хөрмәтләү, тырышып уҡыу, һәр ерҙә лә өлгөлө булыу кеүек сифаттар беҙҙе тик алға ғына әйҙәй, — тип һүҙен йомғаҡлай Лиана Батыр ҡыҙы.
Бөгөнгө мәҡәләм геройҙары, бер яҡтан ҡарағанда, ауыл ерендә йәшәүсе ябай ғаилә, ә икенсе яҡтан улар тормошта үҙ урынын тапҡан һоҡланғыс пар һәм биш баланың һөйөклө ата-әсәһе. Артабан да шулай ғаиләләрендәге бәхеттең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен һаҡлап, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын уларға.
Физәлиә Ғәниева.