

Граждандар менән осрашыуға район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, уның урынбаҫары Динара Хисамова, Ҡыҙыл Еҙем ауыл хакимиәте башлығы Владимир Антипин, шулай уҡ үҙәк район дауаханаһы, “Ғаилә” район-ара, күп функциялы һәм мәшғүллек үҙәктәре вәкилдәре ҡатнашты. Халыҡты юлдар мәсьәләһе, Мағаш ауылын автокибет менән йышыраҡ хеҙмәтләндереү, тирә-яҡты кәрәҙле элемтә менән тәьмин иткән махсус вышканы күсереү һәм башҡа шәхси һорауҙар яңғыраны. Һәр мәсьәлә урындағы етәкселек тарафынан иғтибарға алынып, киләсәктә хәл итеү юлдары ҡаралды.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546