Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
25 Февраль , 11:59

Уттан һаҡланайыҡ

Краснокуртовка ауыл биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән профилактик рейд уҙҙы. 

Уттан һаҡланайыҡУттан һаҡланайыҡ
Уттан һаҡланайыҡ

Сарала БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетының инспекторҙары З.Йосопов менән Ф.Мөсәғитов, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең янғын хәүефһеҙлеге буйынса белгесе И.Әбдрәфиҡов, шулай уҡ Краснокуртовка ауыл хакимиәте белгесе Г.Мортазина ҡатнашты. Улар урындағы халыҡ менән әңгәмә барышында янғын сығыуҙың төп сәбәптәре, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү, “ҡыҙыл әтәс”те иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙың мөһимлеге тураһында һөйләне.

Комиссия ағзалары яңғыҙ йәшәгән өлкәндәрҙе һәм күп балалы ғаиләләрҙе күҙәтеүгә алып, уларға махсус иҫкәртмәләр тапшырҙы.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас