Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
25 Февраль , 11:50

Файҙалы ризыҡтар

Икмәк, ашлыҡ продуктары изделиелары рәсәйҙәрҙең туҡланыуында мөһим роль уйнай. Улар көс-ҡеүәт, аҡһым һәм углеводтар бирә. Бойҙайҙа Е һәм В төркөмө витаминдары күп. Табиптар тәҡдиме буйынса, һәр кеше йылына 95-105 килограмм самаһы икмәк һәм ярма ҡабул итергә тейеш. Был иһә организмға бөтә кәрәкле туҡлыҡлы матдәләрҙе алырға ярҙам итә.

Файҙалы ризыҡтарФайҙалы ризыҡтар
Файҙалы ризыҡтар

Халыҡҡа икмәк сифатлы барып етһен өсөн, белгестәр уның составын һәм таҙалығын тикшерә. Бының өсөн махсус лабораториялар ҡулланыла. Игенде онға эшкәрткәндә файҙалы матдәләрҙең бер өлөшө юғала. Шуға күрә ҡайһы бер төрөн витаминдар һәм минералдар менән байыталар. Был кешеләргә аҙыҡтан күберәк файҙа алырға бирә. Ғалимдар байытылған икмәктең мәктәп уҡыусыларына нисек тәьҫир итеүен тикшергән. Ул балаларға аҡһым, кальций, тимер, йод һәм аҙыҡ сүстәрен күберәк алырға ярҙам итә. Бер рәттән ризыҡтар уларҙың үҫеше һәм һаулығы өсөн дә мөһим.

Был аҙыҡты зарарлы матдәләр, мәҫәлән, күҙәнәк һәм микробтар барлығына тикшерәләр. Әйткәндәй, 2025 йылда бындай боҙоуҙар булмай. Ошо һәм башҡа аҙыҡ-түлектең сифатын контролдә тотоу дауам итә. Тимәк, беҙгә хәүефһеҙ һәм файҙалы ризыҡ ҡулланырға ышаныс арта.

Азат Ғәбиҙуллин,

Роспотрепнадзорҙың БР буйынса идаралығының Шишмә, Архангел, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы һәм Кушнаренко райондарындағы территориаль бүлеге начальнигы.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас