

Сарала ҡатнашыусылар тораҡ пункттарын, шулай уҡ күперҙәрҙе һыу күтәрелгән мәлдә һаҡлап ҡалыу тураһында һүҙ алып барҙы. Был хаҡта район хакимиәте башлығы урынбаҫары Урал Шаһиев, Абҙан, Архангел, Орловка һәм Тәүәкәс ауылы хакимиәттәре вәкилдәре сығыш яһаны. Кәңәшмә һуңында комиссия ағзалары яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреүгә йүнәлтелгән махсус ҡарар сығарҙы.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546