

Спортсыларҙы район Советы рәйесе Ф.Ф.Йортомбаев, Рәис Исмәғил улының ҡыҙы Лилиә Кинйәғолова, Роберт Рәис улының ҡыҙы Линара Фәйзуллина, спорт мастеры кандидаты, күп тапҡыр республика чемпионы В.А.Алешин, баш судья А.В.Ащеулов, сәләмләгәндән һуң, барыһы ла үҙ төркөмдәре буйынса бүленеп, старт һыҙығына баҫты.
100-ҙән ашыу спортсы бер-бер артлы махсус юлға баҫып, финиш һыҙығын тәүгеләрҙән үтеү маҡсатында бар тырышлығын һәм көсөн һалды. Еңеүселәр һәм призерҙар район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бағыусылар тарафынан (Фәйзуллиндар ғаиләһе) миҙалдар менән бүләкләнде.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546