Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
19 Февраль , 03:40

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында Октябрьскийҙа ижтимағи-мәҙәни үҙәк төҙөлә

Октябрьский милли сәйәсәт өлкәһендә саралар үткәреү буйынса бай тәжрибәгә эйә. Ҡала йыл һайын милләт-ара дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыу номинацияһы буйынса «Иң яҡшы муниципаль практика» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә ҡала округы хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский һөйләне. 

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында Октябрьскийҙа ижтимағи-мәҙәни үҙәк төҙөләРәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында Октябрьскийҙа ижтимағи-мәҙәни үҙәк төҙөлә
Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында Октябрьскийҙа ижтимағи-мәҙәни үҙәк төҙөлә

1946 йылда нигеҙ һалынғандан алып Октябрьскийҙа 50-нән ашыу милләт вәкилдәре ғүмер итә. 2001 йылда ҡалала Милли мәҙәниәттәр үҙәге асыла. Үҙәк бөтә милли йәмәғәт берләшмәләре һәм дини конфессиялар менән үҙ-ара эш итә, фәнни, мәҙәни һәм ағартыусы саралар ваҡытында ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ бында республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары, фестивалдәре һәм форумдары ойошторола.

– Милли сәйәсәтебеҙҙең бер йүнәлеше – казактар менән эшләү. Беҙ был эште 2009 йылда башланыҡ, ә 2015 йылдан йыл һайын «Распахнись, душа казачья!» исемле төбәк-ара казак мәҙәниәте фестиваль-конкурсын үткәрәбеҙ. Был ваҡыт эсендә унда илдең төрлө төбәктәренән 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, – тине Алексей Пальчинский. – Казак традицияларын үҫтереү өлкәһендәге эшебеҙ тәжрибәһе һәм һөҙөмтәләре конкурс заявкаһының нигеҙенә һалына, ул 2023 йылда «Иң яҡшы муниципаль практика» конкурсының республика этабында өсөнсө урын алды һәм Рәсәй кимәлендә топ-10 исемлегенә инде.

Бынан тыш, 2018 йылдан Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Октябрьскийҙа «Дуҫлыҡ» төбәк-ара милли мәҙәниәттәр фестиваль-конкурсы үткәрелә. Һигеҙ йыл эсендә унда республиканан һәм Рәсәйҙең 15 төбәгенән 895 коллектив һәм 5,6 меңдән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән. Был проект 2024 йылда «Иң яҡшы муниципаль практика» конкурсының республика этабында беренсе урын алған һәм илдә иң яҡшы ун башланғыс иҫәбенә инә.

Муниципалитеттың тағы бер брендлы сараһы – 1999 йылдан алып үткәрелгән «Уйна, гармун!» байрамы. Был ваҡыт эсендә ул Башҡортостан менән Татарстандың 1 200-ҙән ашыу гармунсыһын йыйған. Фестиваль 2025 йылда республика кимәлендә икенсе урынға сыҡҡан.

– 2026 йылда Башҡортостан менән Татарстан сигендәге Московка биҫтәһендә ижтимағи-мәҙәни үҙәк төҙөлөшөн тамамлайбыҙ, ул Милли мәҙәниәттәр үҙәгенең бүлексәһе буласаҡ, – тип өҫтәне Алексей Пальчинский.

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына Октябрьскийҙың тәжрибәһен өйрәнергә һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында үҙҙәренең тематик сараларын әҙерләргә ҡушты.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас