

Тәүәкәс ауылында Лиза Ғәлимйән ҡыҙы һәм Хәйрислам Абдулла улы Солтановтарҙың ишле ғаиләһендә тыуып-үҫкән ҡыҙ 1980 йылда Абҙан урта мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға тип оҙаҡ уйлап тормай, сөнки бәләкәйҙән уҡ тормошон медицина менән бәйләргә хыяллана.
— Һәр кемдең үҙенә тәғәйен һөнәре була. Минең иһә бала саҡтағы яратҡан уйыным — ҡурсаҡтарымды, әхирәттәремде “дауалау” ине. Үҫә төшкәс, әсәйемә эйәреп, кешеләргә лә укол һалырға өйрәндем. Өлкән кластарҙа уҡытыусылар педагогия институтына барырға өгөтләһә лә, мин, әсәйем кеүек, фельдшер булырға ҡарар иттем, — ти Ләлә Хәйрислам ҡыҙы.
Тырыш ҡыҙ документтарын Белорет медицина училищеһына тапшырып, имтихандарҙы уңышлы бирә һәм фельдшер-акушерлыҡ бүлегендә уҡый башлай. Ул саҡтарҙы айырыуса йылылыҡ менән иҫкә ала Ләлә Хәйрислам ҡыҙы. Студент йылдары күңелле хәтирәләр генә ҡалдырып, “һә” тигәнсе үтеп тә китә. Ҡулына диплом алған йәш белгес йүнәлтмәне үҙ районына биреүҙәрен һорап, 1983 йылда үҙәк район дауаханаһының балалар табыу бүлегендә акушерка булып хеҙмәт юлын башлай. Тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, йөклө ҡатындарға, яңы бала тапҡан әсәйҙәргә беренсе ярҙам күрһәтеү акушерҙарҙың төп бурыстарының береһе икәнен яҡшы аңлай шәфҡәт туташы һәм күп осраҡта ял, байрам көндәрендә лә эш өҫтөндә уҙғара. Был һөнәрҙең шатлыҡлы мәлдәре лә иҫтә ҡала. Әсәләрҙең яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу, яңы тыуған сабыйҙарҙы тәүгеләрҙән ҡулға тотоп, төрлө мәлдәр кисерергә тура килә уға. Үҙ эшенең оҫтаһы, табип Тамара Ильинична Зубрицкая етәкселеге аҫтында ун йыл хеҙмәт итә ул.
Һөйгән йәре Ғәлим Наил улы Сәғәҙәтов менән матур донъя ҡороп, йәштәр Приуральела төпләнә. Мөхәббәт емештәре булып ул һәм ҡыҙҙары донъяға килә.
— Тормош иптәшемә эш еренән бөтә уңайлыҡтары булған яңы фатир бирҙеләр. Приуралье балалар баҡсаһына шәфҡәт туташы талап ителә, әйҙә беҙгә кил, тигәстәр, унда эшләй башланым. Сабыйҙар күмәк, ике төркөмдә 40-тан ашыу тәрбиәләнеүсе, эше тынғыһыҙ, яуаплы, ә шулай ҙа оҡшай ине, — тип хәтирәләре менән уртаҡлаша ул.
1994 йылда Өфөнән етәкселек килеп, Ләлә Хәйрислам ҡыҙын Рәсәй тимер юлына ҡараған ФАП-ҡа эшкә күсерә. Вокзал шәфҡәт туташы бурысы тәүлек әйләнәһенә тимер юлы пассажирҙарына һәм хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға килергә әҙер булыуҙа, шулай уҡ рейс алды һәм рейстан һуңғы тикшереүҙәр үткәреүҙе күҙ уңында тота. Ләлә ханым тимер юл транспортында хәрәкәт хәүефһеҙлеге эшенә ҙур өлөш индерә.
2005 йылда ойошма ҙур үҙгәрештәр кисереп, эш урындары ҡыҫҡартыла, шул иҫәптән Ләлә Хәйрислам ҡыҙын да үҙәк район дауаханаһының етәкселеге ауыл фельдшеры итеп тәғәйенләй.
— Шул уҡ бинала эшмәкәрлегемде дауам иттем, исеме генә үҙгәрҙе. Әлеге көндә ауылдағы 480 кешегә, шуларҙың араһынан 93 балаға медицина хеҙмәте күрһәтәм, — ти белгес.
Ауыл кешеһе ҡан баҫымы күтәрелһә лә, бармағына сүп керһә лә, йығылып аяҡ-ҡулын имгәтһә лә уға йүгерә. Тәжрибәле фельдшер уларҙың һәр береһен иғтибар менән тыңлап, беренсе ярҙам күрһәтә, кәңәштәрен бирә. Мөләйем ханым изге күңелле, хәстәрлекле һәм яуаплы булыуы менән ауылдаштарының хөрмәтен яулаған. Сабыйҙарҙы һәм ауыр сирлеләрҙе өй һайын йөрөп ҡарап сығыу, профилактик тикшереүҙәр һәм медицина процедуралары – быларҙың барыһы ла һөнәри оҫталыҡ, сабырлыҡ һәм мәрхәмәтлелек талап итә. Ләлә Хәйрислам ҡыҙының төп бурысы – халыҡ һаулығы өсөн көрәшеү. Бында, әлбиттә, иҫкәртеү саралары ҙур роль уйнай. Фельдшер урындағы халыҡ менән диспанцеризация, вакцинация, ваҡытында табипҡа күренеп тороу, яман ғәҙәттәрҙән баш тартыу тураһында әңгәмәләр уҙғара.
— Эш башлаған йылдар менән сағыштырһаң, хәҙер Аллаға шөкөр, күпкә еңелерәк. Район үҙәгенән табиптар килеп тора. Йәнә, ебәрелгән автобустарҙа халыҡты график буйынса маҡсатлы диспанцеризация үткәреү өсөн ташыу булдырылған. Был сирҙе иртә һәм ваҡытында асыҡлап, теге йәки был табип тарафынан дауалау ала башлау өсөн бик тә уңайлы.
Эшем тынғыһыҙ тип тә бер ҡасан зарланмай. Көн оҙонона эшләп ҡайтҡас, ярҙам һорап ишек шаҡып саҡырыусылар аҙ түгел. Ауырыу ҡасан килерен алдан әйтеп тормай шул. Буранмы, ямғырмы, барлыҡ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, ауыл фельдшеры сирлеләр янына ашыға. Ләлә Хәйрислам ҡыҙының дөйөм хеҙмәт стажы 42 йыл булып киткән. Ул әле лә бөтә күңелен һалып яратҡан һөнәрен башҡара.
Балалары үҫеп, юғары белем алып, үҙ парҙарын табып, үҙаллы тормош ҡорған. Ҡыҙҙары Ләйсән район мәғариф бүлегендә эшләй, тормош иптәше Юнир менән өс бала үҫтерәләр. Улдары Илдар килендәре Лиана менән Өфөнөң Нуғай биҫтәһендә төпләнеп, ике балаға ата-әсәй булғандар. Әйткәндәй, килендәре — табип-гинеколог. Сәғәҙәтовтарҙың балаларының уңыштарына һөйөнөп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп йәшәр саҡтары ла килеп еткән. Әммә тормош аяуһыҙ, гел һин тигәнсә бармай. Ғаилә башлығы Ғәлим Наил улы бынан бер нисә йыл элек ауыр сиргә дуҫар булып, әлеге көндә хәләл ефетенең хәстәренә мохтаж.
— Инде хеҙмәт стажым тулған, ялға китәйем, тип уйлап бөткән инем. Алмашҡа кеше юҡ, тип тағы өгөтләп ҡалдырҙылар. Яңы ФАП төҙөргә лә вәғәҙәләнеләр, — ти ауыл фельдшеры.
Ләлә ханым ауырыуҙарҙы фельдшер булараҡ ҡына түгел, ә йылмайыулы ҡарашы, йылы һүҙе менән дауалай, һәр береһен тыңлап, төплө кәңәштәрен бирә. Приуралье халҡының был яҡтан күңеле тыныс, ни өсөн тигәндә уларҙың үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәй һәр саҡ ярҙамға килер Ләлә Хәйрислам ҡыҙы бар.
Физәлиә Ғәниева.
Фото — ғаилә архивынан.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546