Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
19 Февраль , 03:59

Благовещенда ике йәмәғәт урыны төҙөкләндереләсәк

Потеха йылғаһындағы быуаның яр буйы зонаһында эштәрҙең беренсе этабы үткәреләсәк. Унда йәйәү йөрөү зонаһын булдырыу планлаштырыла. 

Благовещенда ике йәмәғәт урыны төҙөкләндереләсәкБлаговещенда ике йәмәғәт урыны төҙөкләндереләсәк
Благовещенда ике йәмәғәт урыны төҙөкләндереләсәк

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында Благовещенда ике йәмәғәт урыны төҙөкләндереләсәк, тип хәбәр иттеләр төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Мәҫәлән, Потеха йылғаһындағы быуаның яр буйы зонаһында эштәрҙең беренсе этабы үткәреләсәк. Унда йәйәү йөрөү зонаһын булдырыу планлаштырыла. Ә Николай Киселев исемендәге паркта өҫтәмә яҡтыртыу линиялары һалынасаҡ һәм бәләкәй архитектура формалары ҡуйыласаҡ.

Благовещен районында ла төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ. Ильино-Поляна ауылында, атап әйткәндә, Батырлыҡ паркы яңы ҡиәфәт аласаҡ. Унда универсаль спорт майҙансығы булдырыласаҡ.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.  

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас