Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
19 Февраль , 10:29

Бер-береңә терәк, кәрәк булып

Алтын туй —  йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы. Ярты быуат ғүмер йәшәү өсөн кешеләргә сабырлыҡ та, аҡыл да, өмөт тә, ышаныс та кәрәктер. Татыу ғаилә үрнәге булып, һоҡланырлыҡ ғүмер кисергән парҙар күптәр өсөн өлгө. Тирәкле ауылында ҡулға-ҡул тотоношоп, алтын баҫҡысҡа тайпылмайынса бергәләп ныҡлы аяҡ баҫҡан өлгөлө ғаиләләрҙең береһе – Әлфирә һәм Вәкил Ғафаровтар ана шундайҙарҙан. 

Бер-береңә терәк, кәрәк булыпБер-береңә терәк, кәрәк булып
Бер-береңә терәк, кәрәк булып

Йылдың иң йәмле һәм тәмле, баҡсаларҙа емеш-еләк, йәшелсә өлгөргән 1975 йылдың август айында өйләнешә улар...

Әлфирә апай — Тирәкле ауылы ҡыҙы. Сәймә Хәмзә ҡыҙы һәм Шәһиҙулла Хәбибрахман улы Сираевтарҙың күмәк балалы ғаиләһендә өлкәне булып донъяға килә. Тәүҙә урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә белем алғас, артабан уҡыуын Баҡалдыла дауам итә. Теүәл фәндәр, һандар донъяһы менән ҡыҙыҡһынған уҡыусыға уҡытыусылары ҙур өмөт бағлай. Тырыш ҡыҙ Ҡырмыҫҡалы районында бухгалтерҙар һөнәрен үҙләштереп, артабан Коми АССР-ның баш ҡалаһы Сыктывкарҙа белемен камиллаштыра. Дипломлы йәш белгес  “Баҡалды” совхозында эш башлай.

Кешеләрҙе яҙмыш йөрөтә. Вәкил ағайҙың атаһы Мотаһар Исмәғил  улының бала сағы, үҫмер йылдары һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Уны  Тирәкленән бөтөнләй сит-ят яҡҡа,  Кемерово өлкәһенең Анжеро-Судженск ҡалаһында ФЗО мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Шунда төпләнеп, йәшләй генә өйләнә, ғаиләлә бер-бер артлы ҡыҙы, улы тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Вәкил ағайға биш йәш, ә һеңлеһенә ете ай ғына булғанда, аталарын шахта баҫып, ғүмере фәжиғәле өҙөлә. Әсәләре Фаҡиһа Зәйнетдин ҡыҙы балаларын бер үҙе  үҫтереп, аяҡҡа баҫтыра.

Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан   Вәкил ағайҙың күңеле  ниңәлер Тирәклегә, атаһының тыуған яғына ашҡына. 1973 йылда ауылда йәшәгән Хәлит ағаларына тура ҡайтып, бында бөтөнләйгә ҡалырға ҡарар итә.  Иретеп-йәбештереүсе һөнәренә эйә булған йәш егетте ҡуш ҡуллап Баҡалды совхозына эшкә ҡабул итәләр.

Йәштәр, матур киноларҙағы һымаҡ, бер-береһе өсөн яратылыуын әллә бер ҡараштан аңлағандармы?

— Юҡ, тәү ҡараштан бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡ, тип әйтә алмайым. Бер совхозда эшләгәс, бер ауылда йәшәгәс, әлбиттә, аралаштыҡ. Автобус тулы Тирәкле йәштәрен  Ғәбит исемле  шофер ағай күрше Баҡалдыға көн дә йөрөтә ине. Шунда күрешеп-һөйләшәбеҙ, шаярып-көлөшәбеҙ. Күрәһең, күңелдәребеҙ тартылып, бер-беребеҙҙе оҡшатҡанбыҙҙыр. Бер аҙ  дуҫлашып, осрашып йөрөнөк тә, өйләнештек, — тип хәтирәләр ебен һүтә әңгәмәсем Әлфирә апай.

Туй мәшәҡәттәре уҙып,  ай самаһы ваҡыт уҙғас, йәштәргә етәкселек йәшәп торорға тип, Баҡалдынан бер бәләкәй генә иҫке өй бирә. Уны төҙөкләндереп, рәтләп, матурлап, йәш пар үҙ “оя”һын ҡора. Оло улдары Руслан унда тыуа. Баҡалдыла ул осорҙа совхоздың  баш инженеры булып эшләп, артабан район ауыл хужалығы идаралығы инженеры итеп үрләтелгән Александр Аристов Вәкил Мотаһар улын яҡшы белгес һәм өлгөлө хеҙмәткәр итеп күреп,   “Сельхозхимия” ойошмаһына күсерә. Архангелгә  тиклем уға тәүҙә ҡайҙа йәйәүләп, ҡайҙа юл ыңғайы осраған машинаға эләгеп йөрөргә, аҙаҡ ғаиләһе менән бер әбейҙең йортонда йәшәргә  тура килә. Оҙаҡ көттөрмәй, яңы төҙөлгән йорттан өс бүлмәле фатир асҡысы тапшырылыуы Ғафаровтар өсөн ҙур һөйөнөс була һәм  хеҙмәттә тағы ла нығыраҡ тырышырға дәрт өҫтәй.

— Был йортта бер юлы 16 ғаилә өй туйланы. Хөкүмәттең ярҙамы, хәстәрлеге беҙҙең кеүек йәштәргә киләсәккә ышаныслы аҙымдар яһарға ярҙам итте, — ти Әлфирә апай.

Ғаиләләренә бәхет өҫтәп,  икенсе  улдары Радик донъяға килә. Сабыйҙар, бер аҙ үҫә төшкәс, балалар баҡсаһынан урын бирәләр, ә Әлфирә Шәйҙулла ҡыҙы райондың иң ҙур һәм уңышлы эшләп килгән ойошмаларының  береһе — урман сәнәғәте хужалығынына  бухгалтер булып урынлаша.

— Ул саҡта беҙҙән кеше өҙөлмәне. Кемдер кистән үк дауаханаға барам, тип килә, ҡайһыныһы ҡалаға юлланған  иртәнге автобусҡа йә киреһенсә, ҡайтыу яғына транспорт көтөп ҡуна ҡала, осраған ауылдаштарҙы, туған-тыумасаларҙы төшкө сәйгә алып ҡайтабыҙ. Килгән кешеләрҙең ҡайһы берҙәрен ныҡлап белмәйбеҙ ҙә, таныштың танышы булып сыға. Ул саҡтарҙы һағынып,  иҫкә алырға ғына ҡалды,  — тип йылмая хужабикә.

Ғүмерҙәрен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәрә Ғафаровтар. Абруйлы, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына эйә булалар. Бер аҙҙан төҙөкләндерелгән, уңайлы фатирҙарын шәхси йортҡа алмаштыралар. Уны ла үҙҙәренә нисек оҡшай, шулай үҙгәртеп, яңыртып алалар. Һәүетемсә генә йәшәгән ерҙән үҙгертеп-ҡороу заманаһы еле иҫә башлай. Бар ерҙә ойошмаларҙың эше башта һүлпәнәйеп, артабан бөтөнләй туҡтап ҡала. Әлфирә Шәйҙулла ҡыҙы хаҡлы ялға сығып, тағын ЗАГС-та, үҙәк район дауаханаһында ла эшләп тә өлгөрә. Вәкил Мотаһар улы бихисап йылдар урман хужалығында, артабан мәктәп ҡаҙанлығына урынлашып, шунан пенсияға китә.

2017 йылда улар Тирәклегә ҡайта. Үҙ ҡулдары менән  өр яңы өй төҙөп сыҡҡан парҙың тормоштары яңы һулыш алғандай тойола. Тирә-яҡҡа нур сәсеп ултырған йорттары әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Йорт хужаһының тырышлығы, бөтмөрлөгө, хужабикәнең уңғанлығы ҡапҡаны асып инеү менән күҙгә ташлана, һәр ерҙә тәртип. Ихата яҙҙан көҙгәсә күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләргә күмелә. Өй эсендә лә бөхтәлек, хужаларҙың үҙҙәре кеүек ихласлыҡ, нур бөркөлөп тора. Бал ҡортондай егәрле, бөтмөр Вәкил ағай яҡшы техника белгесе генә түгел, ағас эшенә лә оҫта. Бар эштәрҙе лә улдары менән үҙе башҡара. Әлфирә апай ҙа тик ултырмай. Төрләндереп аш-һыу әҙерләп, яҡындарын һыйлау уның өсөн ҙур ҡыуаныс. Шулай уҡ ҡул эштәренә лә оҫта. Буш ваҡыттарында икәүләп төрлө гәзит-журналдар, китаптар уҡырға, мәҙәни сараларға йөрөргә  яраталар. Балалары, ейән-ейнсәрҙәре менән бергәләп Башҡортостандың  билдәле урындарына һәм сит илгә сәйәхәт ҡылырға, гөр килешеп тәбиғәт ҡосағында ял итергә, еләк-бәшмәккә йөрөргә лә  өлгөрәләр.

— 50 йыл ғүмер күҙ асып йомған арала үтте лә китте, – ти ғаилә башлығы Вәкил Мотаһар улы. — Йәш саҡта эштән бушаманыҡ, әммә донъяны ла, балаларҙы ла ҡарарға ваҡыт таптыҡ. Төрлө саҡтар үтте, әммә бер-беребеҙгә хөрмәт һәм ихтирам менән ҡараныҡ, эшебеҙгә иғтибарлы булдыҡ, аңлау менән ҡабул иттек.

Ысынлап та, алтын туйҙарын билдәләгән Ғафаровтарҙың төп байлығы –балалары. Улар өсөн йән атып торған ул-килендәре бар. Әлфирә апай менән Вәкил ағай алты ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй һәм олатай.

Татыу ғаиләлә үҫкән балалары үҙ юлдарын табып, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, кәрәкле һөнәрҙәр алып, үҙ ғаиләләре менән район үҙәгендә төпләнгән. Руслан улдары хәләл ефете Лиана менән үҙ эшен асып, уңышлы эшләп килә, дүрт бала  үҫтерә. Радик улдары килендәре Айгөл менән — ике улға атай-әсәй. Радик ДРСУ-ла водитель булып эшләй, ә Айгөл район эске эштәр бүлеге майоры.

— Кеше йәшәй-йәшәй бер-береһенә оҡшай тигәндәре —беҙҙең турала кеүек. Һүҙҙәребеҙ генә түгел, хатта уйҙарыбыҙ ҙа бер булыуына хайран ҡалабыҙ. Йәнә бер ғүмер юлы үтеү мөмкинлеге булһа, бер нәмәне лә үҙгәртмәҫ, тап ошо тормошобоҙҙо һайлар инек, — тип һүҙен йомғаҡланылар бер һүҙҙән  Ғафаровтар.

Ғүмер юлын лайыҡлы үтеү өсөн һөйөү менән яуаплылыҡ та, сабырлыҡ та, бер-береңде аңлау ҙа мөһим. Шул саҡта ғына алтын, гәүһәр, зөбәржәт туйҙарыңдың түрендә ултырыу бәхете тәтей. Алтындай балҡышлы ғүмер кисергән геройҙарыма артабан да бәхетле ҡартлыҡ, балалары һәм ейәнсәрҙәре янында оҙаҡ һәм бәрәкәтле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.

Физәлиә Ғәниева.

Фото — ғаилә архивынан.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас