Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
19 Февраль , 04:00

Аномаль йылы яҙ көтөлә

Марттан уҡ "плюслы" температура торасаҡ.  

Аномаль йылы яҙ көтөләАномаль йылы яҙ көтөлә
Аномаль йылы яҙ көтөлә

Яҙҙың тәүге айы аномаль йылы һауа торошо менән ғәжәпләндерәсәк. Март аҙағына көндөҙ һауа +10 градусҡаса йылына. Алдағы айға һауа торошон “Фобос” үҙәге синоптиктары хәбәр итте.

Рәсәй метеохеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, плюс температура 16 марттан алып билдәләнә. 16-18 мартта ямғыр яуыуы көтөлә, һауа температураһы 0-дән +2 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк. 20 марттан термометр бағанаһы +5 градустан юғары күтәрелә. 19 марттан алып ай аҙағына тиклем яуым-төшөм көтөлмәй. 27 марттан +10 градус һәм унан юғарыраҡ булыуы фаразлана. Төндә минус температура ҡала: -5 градусҡа тиклем.

Апрель башы шулай уҡ йылы була: +7-нән +9 градусҡа тиклем, төндә -2-нән -4 градусҡа тиклем. Яуым-төшөм көтөлмәй.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас