

2025 йылда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә федераль һәм республика бюджеттарынан 2,8 миллиард һум йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә 947 кеше торлаҡлы булыуға ирешкән.
Федераль ярҙам шулай уҡ 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем иҫәпкә торған һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән торлаҡҡа мохтаждарға ла ҡаралған. Уҙған йылда ошо маҡсатта 48,2 миллион һум йүнәлтелгән, был 23 кешегә торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек биргән.
2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң иҫәпкә торған һәм хроник ауырыуҙарҙың ауыр формалары менән яфаланған инвалидтарға республика бюджетынан ярҙам күрһәтелә. 2025 йылда был маҡсатта 214 миллион һум йүнәлтелгән, 58 кеше торлаҡ алған.
Башҡортостан Башлығы төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына, муниципалитеттарға был йүнәлештәге эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Халыҡтың социаль яҡтан көсһөҙ категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып ҡала, тип билдәләне республика етәксеһе.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546