

Сарала БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетының инспекторҙары З.Йосопов менән Ф.Мөсәғитов, шулай уҡ берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең янғын хәүефһеҙлеге буйынса белгесе И.Әбдрәфиҡов тикшереү уҙғарҙы. Улар граждандар менән әңгәмә барышында янғын сығыуҙың төп сәбәптәре, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү, “ҡыҙыл әтәс”те иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙың мөһимлеге тураһында һөйләшеү алып барҙы. Комиссия ағзалары яңғыҙ йәшәгән өлкәндәрҙе, күп балалы ғаиләләрҙе һәм алкоголь эсемлектәр ҡулланған граждандарҙы күҙәтеүгә алып, улар менән етди һөйләшеп, махсус иҫкәртмәләр тапшырҙы. Бер рәттән мейес, электр һәм газ менән йылытыу ҡорамалдарын хәүефһеҙ ҡулланыу буйынса ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрҙө.