Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
18 Февраль , 06:17

Рәсәйҙә «Профессионалитет»ты популярлаштырыу буйынса реклама кампанияһы башланды

Реклама материалдары 2-3 йылда актуаль специальностар алған “Профессионалитет” студенттары тураһында һөйләйәсәк. Уҡыу мөмкинлеге хаҡында мәғлүмәт 9-сы һәм 11-се класты тамамлаусыларға йүнәлтелгән. 

Рәсәйҙә «Профессионалитет»ты популярлаштырыу буйынса реклама кампанияһы башландыРәсәйҙә «Профессионалитет»ты популярлаштырыу буйынса реклама кампанияһы башланды
Рәсәйҙә «Профессионалитет»ты популярлаштырыу буйынса реклама кампанияһы башланды

“Милли өҫтөнлөктәр” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм Рәсәй Мәғариф министрлығы телевидениела, радиола һәм интернетта “Профессионалитет - һин яҡшы компанияла” реклама кампанияһын башлап ебәрҙе. Башланғыс “Йәштәр һәм балалар”  (национальный проект “Молодежь и дети”)  милли проектының “Профессионалитет” федераль проектын популярлаштырыуға һәм эшсе белгеслектәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтан.

Реклама материалдары 2-3 йылда актуаль специальностар алған “Профессионалитет” студенттары тураһында һөйләйәсәк. Уҡыу мөмкинлеге хаҡында мәғлүмәт 9-сы һәм 11-се класты тамамлаусыларға йүнәлтелгән. Ул һөнәри йүнәлеш биреү буйынса тест, уҡытыу йүнәлештәре, колледждар каталогын, шулай уҡ һәр төбәктә эш биреүселәр исемлеген үҙ эсенә ала, бөтә был мәғлүмәттәр менән ЯПРОФ.РФ порталында ла танышырға мөмкин.

2025 йылдың декабрендә Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән һорау алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, 18-24 йәшлектәрҙең 57 проценты федераль проектты тормошҡа ашырыу хаҡында белә. Былтыр “Профессионалитет” колледждарына һәм техникумдарына 290 мең самаһы кеше уҡырға ингән, дөйөм алғанда, 1,3 миллион самаһы уҡыусы урта һөнәри белем биреү йорттарына уҡырға ингән.

“Президент Владимир Путиндың башланғысы буйынса булдырылған “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет“ федераль проектын ғәмәлгә ашырыу уңышлы дауам итә. Былтыр 136 кластер булдырылған һәм 82 колледж ремонтланған. Бөгөн 24 тармаҡ буйынса 86 төбәктә 506 кластер эшләй, шуларҙың 323 - мәғариф-етештереү кластерҙары. 2026 йылдың аҙағына проектҡа илебеҙҙең бөтә 89 төбәге лә инергә тейеш. Капиталь ремонт 267 ойошмала эшләнгән”, - тип билдәләне бынан алдараҡ Рәсәйҙең вице-премьеры Дмитрий Чернышенко. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас