

2025 йылда Башҡортостанда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) милли проекты сиктәрендә 26 эшҡыуарлыҡ проектына 45 миллион һум самаһы ярҙам күрһәтелгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. Аҡса туристик инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтелгән.
— Дәүләт ярҙамы йүнселдәргә туризм өлкәһендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға һәм үҙҙәренең эшмәкәрлеген киңәйтергә мөмкинлек биргән. Башланғыстар туристик сервис кимәлен күтәреүгә һәм ҡунаҡтар өсөн ял шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, был, һис шикһеҙ, Башҡортостандың туристик йүнәлеш булараҡ йәлеп итеүсәнлеген арттыра, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.