Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
13 Февраль , 03:54

Октябрьскийҙа Клинов урамы буйлап парк төҙөкләндереләсәк

Паркты төҙөкләндереү былтыр уҡ башланды.    

Октябрьскийҙа Клинов урамы буйлап парк төҙөкләндереләсәкОктябрьскийҙа Клинов урамы буйлап парк төҙөкләндереләсәк
Октябрьскийҙа Клинов урамы буйлап парк төҙөкләндереләсәк

Быйыл Октябрьский ҡалаһында Клинов урамы буйлап паркты төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итә. Территория “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект "Инфраструктура для жизни") тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә яңы ҡиәфәт аласаҡ, тип хәбәр иттеләр ҡала округы хакимиәтендә.

Паркты төҙөкләндереү былтыр уҡ башланды. Шул саҡта унда терәк стена төҙөйҙәр, велосипед юлдарына асфальт түшәйҙәр, тротуарҙарға брусчатка һалалар. Быйыл интерактив майҙансыҡ, ял һәм спорт өсөн зоналар булдырыу ҡаралған.

Бынан тыш, алдан хәбәр ителгәнсә, Октябрьскийҙа Губкин исемендәге сквер үҙгәртеләсәк. Биләмәне төҙөкләндереүҙең беренсе этабы булып архитектура яҡтыртыуы менән фонтан монтажлау һәм эргә-тирәләге территорияны төҙөкләндереү тора. Быйыл унда йәйәүлеләр зонаһы, аллея һәм Иван Губкин һәйкәле барлыҡҡа киләсәк.

"Октябрьскийҙар ике йәмәғәт биләмәһен дә тауыш биреү барышында һайланы. Һайланған арауыҡтарҙы яңыртыуҙы көтөп торған арала милли проект сиктәрендә төҙөкләндерелгән биләмәләргә әүҙем йөрөйҙәр. Мәҫәлән, „Йондоҙло“ паркы ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Унда ҡуйылған универсаль сәхнә йыл әйләнәһенә ҙур саралар үткәрергә мөмкинлек бирә. Ҡала халҡы был урынды бик ярата", – тине Октябрьский хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлеге начальнигы Вероника Давыдова.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Мәғлүмәт https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-02-13/oktyabrskiy-a-klinov-uramy-buylap-park-t-kl-nderel-s-k-4576245 сайтынан алынды.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас