Бер ауылда тыуып-үҫкән егет менән ҡыҙ бала саҡтан уҡ яҡшы таныш.
— Тирәкле мәктәбенә уҡырға барып, 2-се класты тамамлағас, ғаиләбеҙ менән Межгорье, артабан Силәбе ҡалаһындйәшәргә тура килде. Ундағы ҡала мәктәбендә, артабан Силәбе идара итеү институтында менеджмент факультетында белем алдым. Ауылға йыш ҡына Әҡлимә өләсәйем янына ҡайтып йөрөнөк. Ата-әсәйем Тирәклелә төҙөлөш өсөн яңы бүленгән ерҙә тәүгеләрҙән булып өй һалып сығып, бер аҙҙан бөтөнләйгә ауылға күсте. Мин дә, ҡулыма диплом алғас, район үҙәгендәге “Пятерочка” магазинында эш башланым, — тип һөйләй Илсиә Баҡир ҡыҙы.
Ғаилә башлығы Айгиз Ғайса улына ғаиләлә өлкәне булыу һәр саҡ ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Ул ата-әсәһенең, үҙенән кесе өс туғанының төп ярҙамсыһы, терәге. Мәктәп йылдарында яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе, спорт менән мауығыуы, ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнеүе киләсәккә ыңғай тәьҫир итә. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, әрме хеҙмәтенә саҡырыу алғас, егет тәүҙә Свердловск өлкәһенең Елань ҡалаһында әҙерлектәр үтә, артабан Сыбаркүлдәге мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Бер аҙҙан уларҙы Луганск өлкәһенә ебәрәләр. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Айгиз “Ҡырымды ҡайтарған өсөн” миҙалы менән наградалана.
Ватан алдындағы бурысын үтәп, ир ҡорона инеп ҡайтһа ла, йөҙөнән шул уҡ ихлас йылмайыуы китмәй. Йәштәрҙең мөхәббәт уттары шул сорҙа ҡабына, ахыры.
— Айгиз күркәм холҡо, йор һүҙлелеге, уңғанлыҡы, ҡыйыу, иғтибарлы булыуы менән күңелемде яуланы. Беҙ уның менән дүр-биш йылға яҡын бик матур дуҫлашып-осрашып йөрөп, 2017 йылда никах уҡыттыҡ, ә 2018 йылдың йәмле, мул авгусында шаулап-гөрләп туйыбыҙ үтте, — тип матур хәтирәләре менән бүлешә Илсиә.
Өйләнешкәс, йәш пар бәхет эҙләп ситкә китмәй, Тирәклелә төпләнергә ҡарар итә. Донъяларына йәм, ҡот өҫтәп, береһенән-береһе һөйкөмлө, аҡыллы, алмалай өс бала үҫә. Ата-әсә һөйөүенә, наҙына төрөнөп ҡанат нығыта улар. Миланаға оҙаҡламай — алты, улдары Арсенға — дүрт, ә төпсөктәре Анеляға ике йәш тула.
Тыуған ауылында нигеҙ ҡорған Мәүлитовтар үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур, күркәм өй һалып сыҡҡан. Яңы йыл алдынан ғына өй туйлаған йәштәрҙең шатлыҡ-ҡыуанысы сикһеҙ. Һәр нәмәне ентекләп уйлап, зауыҡ менән заманса итеп эшләгән улар. Күңел йылыһын һалып төҙөгән йорттары хәҙер әллә ҡайҙан балҡып, тирә-яҡты йәмләп ултыра. Ә тәҙрәләренән яҡтылыҡ, йылылыҡ, нур бөркөлгәндәй.
Ауылда эш юҡ тип һис зарланып ултырмайҙар. Ғаилә башлығы, башҡа күп ир-аттар кеүек үк, Себер тарафтарына вахта ысулы менән эшкә йөрөй. Әлеге көндә ул нефть скважиналарын быраулаусы.
Декрет ялына хәтлем Илсиә Баҡир ҡыҙы үҙ һөнәре буйынса “Пятерочка” сауҙа үҙәгендә идарасы булып эшләй. Тормош иптәше ҡырҙа булғас, йорт мәшәҡәттәре лә, балалар ҙа күберәк уның иңендә.
– Аталары эштә саҡта ауырыраҡ, әлбиттә. Ярай үҙем күптән руль артында. Көндә Милана менән Арсенды район үҙәгендәге балалар баҡсаһына илтеп ҡуям. Яңыраҡ Анеляны ла йөрөтә башланым.
Татыу ғаилә атай-әсәй, ҡайны-ҡәйнә хәстәрен тойоп донъя көтә. Балаларын да ҡарашалар, ярҙамдан да өҙмәйҙәр. Шулай уҡ, ауылда 83 йәшендә уҙаллы донъя көткән Әҡлимә өләсәһенең яҡында булыуына һөйөнөп йәшәйҙәр.
— Өйләнешкәс, һигеҙ йыл тормош иптәшемдең ғаиләһендә бергә йәшәнек. Ҡәйнәм, ҡәйнештәрем һәм бикәсем беҙгә һәр саҡ ярҙам итеп торалар. Йортобоҙҙағы барлыҡ эштәрҙе лә тулыһынса үҙ ҡулдары менән башҡарҙылар. Ҡәйнәм ғүмер буйы мәктәптә балаларға белем бирә. Шулай уҡ кәртә тултырып ишле мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә, мул уңышлы баҡса үҫтерә. Бөтәбеҙ ҙур ғаилә булып йәшәйбеҙ. Эштә лә, ашта ла беҙ бергә, — ти Илсиә.
Йәш пар ғүмерҙең һәр миҙгеленең матурлығын, тәмен белеп, бер-береһен ҡәҙерләп, тормоштоң ваҡ-төйәк ығы-зығыһынан өҫтөн булып, балаларына матур тәрбиә бирергә тырышып, атай-әсәһен, туған-тыумасаларын хөрмәтләп, татыулыҡта йәшәгән Илсиә менән Айгиз Мәүлитовтар тиңдәштәренә өлгө булырлыҡ бынамын тигән башҡорт ғаиләһе. Уларға киләсәктә лә бәхет һәм ҡыуаныстар юлдаш булһын.
Физәлиә Ғәниева.
Фото — ғаилә архивынан.