Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
12 Февраль , 03:32

Беҙҙең "тура бәйләнеш"тә Гөлнур Ҡолһаринаға һорау бирә алаһығыҙ

Һорауҙарҙы алдан ҡалдырырға ла мөмкин. 

Беҙҙең "тура бәйләнеш"тә Гөлнур Ҡолһаринаға һорау бирә алаһығыҙБеҙҙең "тура бәйләнеш"тә Гөлнур Ҡолһаринаға һорау бирә алаһығыҙ
Беҙҙең "тура бәйләнеш"тә Гөлнур Ҡолһаринаға һорау бирә алаһығыҙ

16 февралдә "Башҡортостан" гәзите "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөндә "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлеге рәйесе Гөлнур Ҡолһарина менән "тура бәйләнеш" ойоштора.

Унда һеҙ "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләренә ниндәй ярҙам күрһәтеүе, Фондтың район һәм ҡалаларҙағы эшмәкәрлегенә ҡарата һәм башҡа үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы бирә алаһығыҙ.

"Тура бәйләнеш" 16 февралдә 14.00 сәғәттә ошонда - https://vk.com/gazetabashkortostan үтәсәк. 

Һорауҙарҙы алдан уҡ смс хәбәр итеп 89270857530  телефонына ебәрә алаһығыҙ. 

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас