Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
12 Февраль , 09:53

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда уртаса айлыҡ номиналь эш хаҡы 2025 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында – 72 225 һум, ноябрҙә 71 894 һум тәшкил иткән. Был 2024 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 10,4% һәм 7% күберәк. 

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булдыБашҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды
Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Шул уҡ ваҡытта 2025 йылдың 11 айында республикала реаль эш хаҡы 2024 йылдың ғинуар-ноябре менән сағыштырғанда 1,5% артҡан.

Башинформ хәбәр иткәнсә, 2026 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы күләме – 27 093 һум. Ә Башҡортостанда Урал коэффициенты менән бергә 31 157 һумға еткән. Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексында яҙылғанса, эш хаҡы МРОТ-тан аҙыраҡ булырға тейеш түгел.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас