Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
11 Февраль , 04:13

“Ҙур һыу” һаҡлыҡ талап итә

Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлиндың бойороғона ярашлы, яҙғы ташҡынды имен-аман үткәреү йәһәтенән комиссия ағзаларының исемлеге билдәләнде. Уның рәйесе итеп район хакимиәте башлығы урынбаҫары Урал Шаһиев тәғәйенләнде. 

Ошо уҡ документ менән ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү өсөн саралар планы раҫланды. Әйткәндәй, ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, ойошма һәм предприятие етәкселәренә махсус йөкләмәләр бирелде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас