Инйәр
+28 °С
Облачно
Новости
11 Февраля , 04:06

Был юл халыҡ өсөн мөһим

2025 йылда Стәрлетамаҡ – Раевка юлының 12,3 километры ремонтланған.  

Был юл халыҡ өсөн мөһимБыл юл халыҡ өсөн мөһим
Был юл халыҡ өсөн мөһим

2025 йылда Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Стәрлетамаҡ — Раевка юлының 12,3 саҡрымы ремонтланды, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан.

Әлшәй һәм Стәрлетамаҡ райондарында өс участка норматив хәлгә килтерелгән. Юлсылар юл нигеҙен нығытыу, асфальт-бетон япмаһын яңыртыу һәм тамғалар ҡуйыу менән бөтә эштәр комплексын башҡарған.

– Стәрлетамаҡ — Раевка трассаһы Стәрлетамаҡ, Әлшәй һәм Стәрлетамаҡ райондары халҡы өсөн мөһим роль уйнай. Бында яҡынса 360 мең кеше йәшәй. Был юлдан улар Стәрлетамаҡҡа барып етә, Р-240 Өфө — Ырымбур федераль трассаһына сыға ала. Бынан тыш, был йүнәлеш туристарҙы йәлеп итә. Республика халҡы һәм ҡунаҡтары Сусаҡтау, Сатыртау һәм Нарыҫтау тауҙарына, шулай уҡ изге сығанаҡтарға барып етә ала, — тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Стәрлетамаҡ — Раевка юлы республиканың терәк селтәренә инә. 2026 йылда был трассаның тағы ла алты километрын ремонтлау планлаштырыла.

2025 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда терәк селтәренә ингән 221 саҡрымдан ашыу юл норматив хәлгә килтерелде.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.  

Автор:Рахимов А.
Читайте нас