

Әлеге заманда бик күп кешенең көнө компьютер алдында уҙа. Әлбиттә, күҙгә көс төшә. Табип-офтальмологтар белдереүенсә, емелдәүек нөктәләрҙән торған экранда теүәл һүрәт яһау өсөн, күҙ даими рәүештә фокусты үҙгәртеп торорға мәжбүр. Шуның арҡаһында энергия һәм күреү пигменты артыҡ күп сарыф ителә. Көсөргәнешлелекте кәметергә махсус күҙлек ярҙам итә ала. Шулай ҙа бер нисә ҡағиҙәне үтәгәндә күҙҙәрҙең күреү һәләтен юғалтыуҙан һәм арыуҙан һаҡларға мөмкин.
- Эш өҫтәленә яҡтылыҡ тигеҙ таралырға тейешлеген онотмағыҙ.
- 40-45 минут һайын күҙҙәрҙе ял иттереү маҡсатында ошондай күнекмәләр эшләргә:
- күҙҙәрҙе сытырлатып йомабыҙ һәм асабыҙ (30 секунд интервал менән 6-7 тапҡыр ҡабатларға),
- башты бормай ғына өҫкә, аҫҡа, уңға, һулға ҡарайбыҙ,
- күҙҙәрҙе аҫҡа, уңға, өҫкә, һулға һәм киреһенсә әйләндерәбеҙ,
- 1-2 минут буйы күҙҙәрҙе тиҙ-тиҙ генә бер асып, бер йомабыҙ,
- күҙҙәрҙе йомоп бер минут буйы бармаҡтар менән һаҡ ҡына әйләндереп массаж эшләйбеҙ.