Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
9 Февраль , 10:58

Һөҙөмтәләр барланды, аныҡ маҡсаттар ҡуйылды

Ошо көндәрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә республикала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһының эшмәкәрлегенә үткән йылға йомғаҡ яһау һәм 2026 йылға бурыстар ҡуйыу йәһәтенән республика кимәлендәге кәңәшмә уҙҙы. Сарала район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, уның урынбаҫары Урал Шаһиев, райондың граждандар оборонаһы  һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса  баш белгесе Рөстәм Сәйфетдинов һәм райондың берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең өлкән диспетчеры Самат Солтанбәков ҡатнашты. Йыйылыш башланыр алдынан һыу объекттарында янғын хәүефһеҙлеген һәм дөйөм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәлдәр эше ойошторолдо. 

Һөҙөмтәләр барланды,  аныҡ маҡсаттар ҡуйылдыҺөҙөмтәләр барланды,  аныҡ маҡсаттар ҡуйылды
Һөҙөмтәләр барланды, аныҡ маҡсаттар ҡуйылды

Пленар өлөштә БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Владимир Горин түбәнге мәғлүмәт менән таныштырҙы:

– 2025 йылда 7481 янғын осрағы теркәлә, уларҙа 191 кеше һәләк була (был 2024 йылға ҡарағанда 25 кешегә кәмерәк). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер йылда утта 12 бала һәләк була. Юл-транспорт ваҡиғалары эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениелары 2 меңдән ашыу тапҡыр йәлеп ителә. Барыһы унда 123 кеше ҡотҡарылған. Башҡортостанда 2025 йылда биш ғәҙәттән тыш хәл, шул иҫәптән берәүһе Аҙау ауылын һыу баҫҡан мәлдә, булды,- тип белдерҙе Владимир Николаевич.

Шулай уҡ, кәңәшмәлә БР буйынса баш федераль инспектор Александр Окатьев, БР дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов, район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин үҙ йүнәлештәре буйынса докладтар менән сығыш яһаны. Айрат Закир улы залдағыларға 2025 йылдағы яҙғы ташҡын мәлендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү буйынса ойошторолған саралар һәм ағымдағы йылда уны имен-аман үткәреү өсөн башҡарыласаҡ эштәр хаҡында һөйләне.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас