Инйәр
+28 °С
Болотло
Новости
5 Февраль , 04:42

Күпер таяуҙары нығытыла

Кропачево – Мәсәғүт – Әшет юлында Әй йылғаһы аша һалынған күперҙең таяуҙарын нығыта башлағандар 

Күпер таяуҙары нығытылаКүпер таяуҙары нығытыла
Күпер таяуҙары нығытыла

Башҡортостанда Кропачево – Мәсәғүт – Әшет юлында Әй йылғаһы аша һалынған күперҙең таяуҙарын нығыта башлағандар. Был турала БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Эш “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы бара.

Күперҙең оҙонлоғо 300 метр тәшкил итә. Подряд ойошмаһы конустарҙы нығытыу, күпер таяуҙарын тергеҙеү, иҫке һыу ағыҙыу ҡоролмаларын һүтеү эштәрен алып бара.

Кропачево – Мәсәғүт – Әшет юлы Башҡортостанды Силәбе һәм Свердловск өлкәләре менән тоташтыра, федераль трассаларға – М-5 “Урал”ға, М-12 “Көнсығыш”ҡа сығыу юлы ла булып тора.

БР Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова әйтеүенсә, бынан тәүлегенә 3 мең ярымдан күберәк машина үтә. Шуға ла, юлда йөрөүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итер өсөн, уны ремонтлау ныҡ мөһим.

Күперҙе уҙған йылда йүнәтә башлағандар. Эшселәр уның плитаһын коррозиянан таҙартҡан, заманса гидроизоляция һәм япма һалған, яңы ҡалҡан ҡуйған. Ремонтлау барған саҡта хәрәкәт бер һыҙатҡа ҡалдырылып, светофор ярҙамында көйләнә. Күперҙе йүнәтеү эшен йыл аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.

Яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса, былтырҙан тормошҡа ашырыла.

Фото: transport.bashkortostan.ru

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас