

Алты йыл эсендә конкурс еңеүселәре дөйөм алғанда 250 миллион һумдан ашыу аҡса алған. Был аҡсаны ауыл биләмәләре үҙҙәренең йәмәғәт киңлектәрен үҙгәртеүгә йүнәлтә. Халыҡтың өҫтөнлөгө – балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, парктарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү.
Быйыл конкурстың республика этабына 52 муниципалитеттан 845 тораҡ пункт заявка биргән.Бәйгелә ҡатнашыусылар жюриға ауылды үҫтереү буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итәсәк, уларҙы яҡлау 31 марттан 3 апрелгә тиклем үтәсәк. Беҙҙең райондан төбәк финалында Орловка ауылы ҡатнашасаҡ.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546