Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
4 Февраль , 09:40

Һәр һорау иғтибарҙа

Ошо көндәрҙә район Советының алтынсы саҡырылышының сираттағы ултырышы уҙҙы. Кәңәшмәлә район Советы секретары Фәйез Йортомбаев, район Советы рәйесе Леонид Семенчук, урындағы депутаттар ауыл хакимиәте башлыҡтары, ойошма һәм предприятие етәкселәре ҡатнашты. 

Йыйылышта барыһы дүрт һорау ҡаралды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Урал Шаһиев 2026 йылда ерләүгә тарифтар тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Артабан район хакимиәте башлығы урынбаҫары Любовь Губачева Липовка һәм Ҡыҙыл Еҙем ауыл биләмәләренең “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы”нда ҡатнашыуҙары тураһындабәйән итте. Һуңынан район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Нарбутин район биләмәһендә ҡырағай төлкөләрҙе атҡан өсөн граждандарға аҡсалата түләүҙәр тәртибе тураһында положение менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, һунарсыларға бер хайуанды юҡ иткән өсөн бер мең һум күләмендә аҡса биреү ҡаралған.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас