

– Коньки аяҡта уңайлы ултырырға һәм ҡыҫмаҫҡа тейеш. Йылытылған йә йылы ойоҡбаш менән кейерлекте һайлағыҙ. Улар үткер булырға тейеш, юғиһә, йыш ҡолаясаҡһығыҙ. Йылы, әммә уңайлы итеп кейенегеҙ. Сәсегеҙ оҙон булһа, битегеҙҙе ҡапламаһын өсөн йыйығыҙ. Әгәр йығылыуығыҙҙы һиҙһәгеҙ, ҡабырғаға йәки алға ятырға тырышығыҙ. Башығыҙҙы йығылған яҡҡа ҡапма-ҡаршы йүнәлтегеҙ. Конькийығыҙҙың тимере башҡа кешеләргә йүнәлтелмәһен. Боҙға сыҡҡанда майҙандың ҡырына тотоноғоҙ һәм ашыҡмағыҙ. Һырғалаҡта саҡта башҡалар менән бәрелештән һаҡланығыҙ. Яңғыҙ шыуырға кәрәкмәй, етди йәрәхәт алған осраҡта ярҙамға кемделер саҡырырға кәрәк булыуы бар. Әгәр һырғалаҡҡа бала менән барһағыҙ, уны –ҙен генә шыуырға ебәрмәгеҙ. Шыуыр алдынан боҙ өҫтөнөң тигеҙ булыуына инанығыҙ,- тип кәңәштәрен еткерҙе Зариф Ғәрифйән улы.