Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
4 Февраль , 11:11

Баскетболсылар – афарин!

Борай ауылында “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатының төбәк этабы тамамланды. 

Баскетболсылар – афарин!Баскетболсылар – афарин!
Баскетболсылар – афарин!

Өс көн дауамында республиканың баскетбол йыйылма командалары үҙҙәренең оҫталығын, еңеүгә ынтылышын һәм берҙәмлек рухын күрһәтте. Һәр уйын көсөргәнешле, сағыу мәлдәр һәм онотолмаҫ тәьҫораттар менән оҙатылды.

Төбәктең иң көслө спортсылары араһында 2-се Архангел мәктәбе егеттәре (тренеры А.В.Ащеулов) уңышлы сығыш яһап, турнир таблицаһында икенсе баҫҡысҡа күтәрелде.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Рахимов А.
Читайте нас