

Һуңғы арала скандинав йөрөшө халыҡ араһында бик киң тарала бара. Француз табибы Пессо: “Хәрәкәт үҙенең тәьҫире буйынса теләгән бер дарыуҙы алмаштыра ала, ләкин бер дарыу ҙа үҙенең сихәте буйынса хәрәкәтте алмаштыра алмай”,- тигән. Тимәк, һау булғың килһә, әүҙемлек кәрәк. Саф һауала йөрөү, бигерәк тә ҡыш көндәрендә, һәр йәштәге кеше өсөн бик файҙалы. Ауыл халҡы ла быны хәҙер инҡар итмәй. Мәҫәлән, сәләмәт тормош рәүеше алып барған ҡыҙғылар көн дә тиерлек саңғы таяҡтары тотоп, урамға сыға.
– Һәр кемдең дәныҡлы, һаулыҡлы һәм, оҙон ғүмерле булғыһы килә. Әммә бының өсөн көс һалыу мөһим. Скандинавса йөрөү– физик әүҙемлектең бер төрө, махсус таяҡтар ярҙамында атлау техникаһы. Ул Финляндияла барлыҡҡа килгән. 1990 йылдарҙа бөтә донъяла билдәлелек яулай. Скандинавса атлағанда тәндең 90 проценттан ашыу мускулы хәрәкәтләнә, 46 процентҡа күберәк калория сарыф ителә. Һөҙөмтәһе күҙгә күренә. Шул уҡ ваҡытта таяҡҡа таяныу тубыҡҡа, быуындарға, умыртҡа һөйәгенә көсөргәнеште кәметеп, уларҙы таушалыуҙан һаҡлай. Әлбиттә, даими йөрөү йөрәк, үпкә, эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан йөрөшөн, ҡан баҫымын көйләй, холестерин кимәлен төшөрә, артыҡ ауырлыҡтан арындыра,-ти Ҡыҙғы ауылы фельдшеры Әлфирә Ноғаманова.
Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546