Район Советы секретары Фәйез Йортомбаев үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе “Бөтәһе лә еңеү өсөн” тигән Тәүге һүҙҙәр бөтә сығышҡа йүнәлеш билдәләне. Был фраза һәр темаға үтеп инде. Республикала хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр күп. Әммә әлеге ваҡытта бер төп һәм билдәләүсе маҡсат өҫтөнлөккә эйә була – махсус хәрби операцияла бер ниндәй шартһыҙ еңеүҙе тәьмин итеү һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү.