Инйәр
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль , 20:27

Батырҙар исеме онотолмаясаҡ

Беҙҙең яҡташтар һуғыштарҙа хәрби батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Республиканан ун биш кеше Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғыҙы һәләк булғандан һуң.

Батырҙар исеме онотолмаясаҡ
Батырҙар исеме онотолмаясаҡ

- Ошо көндәрҙә беҙ Балтик флоты командующийы, адмирал Сергей Владимирович Липилин менән Белореттан гвардия капитаны Владислав Бочаровтың ата-әсәһенә Рәсәй Геройының Алтын Йондоҙон тапшырҙыҡ. Бөгөн залда һәләк булған герой әсәләре ҡатнаша. Беҙ, бөтә республика, батыр улдар тәрбиәләгәнегеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, хөрмәтле әсәйҙәр. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ! Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә.

Белеүегеҙсә, беҙ генерал Шайморатов орденын һәм миҙалын булдырҙыҡ. Меңәрләгән яугир был наградаларға лайыҡ. Улар һәр ваҡыт батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө буласаҡ. Йылдар үткәс тә, ветерандарҙы һәм улар күкрәгендәге наградаларҙы күргәс, баш эйеп, рәхмәт әйтәсәкбеҙ. Хәрби комиссариатты, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Ассоциацияһын хәрби частар командирҙары менән берлектә геройҙар батырлығы юғары награда менән лайыҡлы билдәләнһен өсөн барыһын да эшләүҙәрен һорайым.

Яугирҙәр батырлығы хаҡында хәтерҙе һаҡлау, һәләк булғандар исемен мәңгеләштереү бик мөһим. Улар үҙ ғүмерҙәрен Ватан, балаларыбыҙ киләсәге өсөн бирҙе. Беҙ уларҙы һәр ваҡыт иҫтә тотасаҡбыҙ. Батырлыҡтары хаҡында рәхмәтле хәтер мәңгелеккә беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ», - тине Радий Хәбиров Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап.

Республика Башлығы сарала ҡатнашыусыларҙың барыһынан да геройҙарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙарын һораны.

Филүс Бадранов, Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы мөдире, район Советы депутаты:

- Республика Башлығының әйткән һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм. Яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереү бик мөһим эш. Улар белем алған мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында, эш урындарында «Герой партаһы» ҡуйыла, таҡтаташ асыла, китаптар баҫыла. Киләсәктә ҡаһармандар исеме бирелгән урындар ҙа артыр, тип ышанам. Тыныс тормош, имен киләсәк хаҡына ғүмерен биргәндәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Батырлыҡтары мәңгелеккә беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ.

Автор: Рахимов А.
Читайте нас