Альберт Рахимов, район Советы депутаты:
- Радий Фәрит улы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында быйылғы йылға төп бурыстарҙы билдәләне - БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН! Мин был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм һәм хуплайым. Сөнки бөгөнгө көндә беҙҙең иң төп һәм мөһим бурыс – махсус хәрби операция яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә мөмкин тиклем ярҙам итеү. Яугирҙәребеҙға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына өҫтәлмә ярҙам саралары күберәк булһын. Бигерәк тә МХО ветерандарын һәм һаулыҡтары ҡаҡшаған яугирҙарҙың яраҡлашыуын тәьмин итеү буйынса медицина һәм реабилитация үҙәктәре, шифаханаларҙы булдырыу, булғандарын яңыртыу кәрәк. Беҙҙең райондан да МХО-ла хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ойошма-предприятие коллективтары, эшҡыуарҙар, төрлө йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр, махсус хәрби операцияла йөрөүсе яугирҙарҙың туғандары, ғөмүмән, барлыҡ район халҡы әүҙем ҡатнаша.