Ойошманың рәсми килешеүе тамамланғас, Архангел ауыл биләмәһенә ҡараған урынды, шәхси эшҡыуар Илдар Хәсәнов ҡуртымға алып, урындағы халыҡты хеҙмәтләндерә башланы. Быға тиклем йәмәғәт транспорты граждандарҙы “Wildberries” һәм “Пролетарский” һатыу нөктәләре алдынан (К.Маркс һәм Сазонов урамдары сатында) алып китһә, хәҙер юлға сығыусылар автобустарға элекке “Автовокзал”дан ултыра.