Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
28 Ғинуар , 05:17

Ҡурҡыныс янамай

20 ғинуар Өфө-Инйәр-Белорет трассаһының 61-се километрында (Архангел менән Ҡыҙыл Еҙем юл саты һәм “Грант” кафеһы араһында) юл–транспорт ваҡиғаһы теркәлде.

Ҡурҡыныс янамайҠурҡыныс янамай
Ҡурҡыныс янамай

“Ауди А6” еңел автомобиле ҡаршы һыҙатҡа сығып, “Мерседенс Бенц” йөк машинаһына бәрелә. “Башкиравтодор” акционер йәмғиәтенең “Ремстройдормаш” заводынан килгән ҙур техника кувейтҡа төшөп китә. Һөҙөмтәлә 150 метр квадрат ерҙә 12 кубометр нефть продукцияһы (битум) түгелә. Ошо йәһәттән районда ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышы уҙҙы. Уның нигеҙендә тиҙ арала таралған шыйыҡсаны йыйыу һәм үтилләштереү, шулай уҡ тупраҡҡа тейешле анализдар яһау ҡаралған.

Бәхеткә күрә, бәләкәй “ҡорос арғымаҡ”та ла, биш пассажир булыуына ҡарамаҫтан, ҙурында ла кеше ғүмере өҙөлмәне.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас