Инйәр
+28 °С
Болотло
Новости
28 Ғинуар , 05:18

Иҫтәлеккә турнир ойошторолдо

Ошо көндәрҙә Архангелдә волейбол буйынса “40+” һәм “50+” спортсылары араһында район-ара турнир уҙҙы. Унда Архангел, Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарынан, шулай уҡ Өфө ҡалаһынан барыһы 11 йыйылма команда саҡырылды. Ярыш Айнур Хәсәнов һәм махсус хәрби операцияла вафат булған башҡа яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ойошторолдо. 

Иҫтәлеккә турнир ойошторолдоИҫтәлеккә турнир ойошторолдо
Иҫтәлеккә турнир ойошторолдо

Сарала ҡатнашыусыларҙы район Советы рәйесе Л.В.Семенчук, райондың ветерандар советы рәйесе М.Ә.Лоҡманова, Архангел ауыл хакимиәте башлығы Ғ.И.Төгөлбаев, Айнур Миңнислам улының энеһе Ислам Хәсәнов сәләмләгәс, залда ҡыҙыу уйындар башланды.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса, “40+” волейболсылары араһында ҡырмыҫҡалылар – беренсе, архангелдәр – икенсе һәм өфөләр өсөнсө урынды яуланы. “50+” спортсылары ла яҡшы уйын күрһәтте. Баш ҡаланан “Динамит” – “алтын”, Ҡырмыҫҡалы – “көмөш” һәм Архангел “бронза” миҙалға лайыҡ булды. Еңеүселәр һәм призерҙар район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары, кубоктар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас