Инйәр
+30 °С
Облачно
Новости
28 Января , 05:12

Ҡағиҙәләрҙе үтәйек

Районда янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн профилактик рейдтар дауам итә. Ошо көндәрҙә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетының инспекторҙары З.Йосопов менән Ф.Мөсәғитов, шулай уҡ берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең янғын хәүефһеҙлеге буйынса белгесе И.Әбдрәфиҡов ҡатнашлығында Липовка ауыл биләмәһендә тикшереү үтте.

Ҡағиҙәләрҙе үтәйекҠағиҙәләрҙе үтәйек
Ҡағиҙәләрҙе үтәйек

Белгестәр граждандар менән әңгәмә барышында янғын сығыуҙың төп сәбәптәре, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү, янғынды иҫкәртеүсе ҡоралмадарҙың мөһимлеге тураһында һөйләшеү алып барҙы. Комиссия ағзалары яңғыҙ йәшәгән өлкәндәрҙе, күп балалы ғаиләләрҙе һәм алкоголь эсемлектәр ҡулланған граждандарҙы күҙәтеүгә алып, улар менән етди һөйләшеп, махсус иҫкәртмәләр тапшырҙы. Бер рәттән мейес, электр һәм газ менән йылытыу ҡорамалдарын хәүефһеҙ ҡулланыу буйынса ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрҙө.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас