

“Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына ярашлы 2025 йылда Башҡортостанда урман инспекторҙары яҡынса 24,5 мең патруллек үткәрҙе. Был хаҡта төбәктең Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
Системалы рейдтар урман ҡулланыусылар араһында тейешле дисциплина кимәлен һаҡлай һәм урманда закон боҙоу хәүефен минималь кимәлгә төшөрә. Документтарҙы тикшереү һәм урында урман ҡырҡыуҙы контролдә тотоу – ҡиммәтле ағасты һаҡлауҙың иң һөҙөмтәле ысулы. 2025 йылда дәүләт урман инспекторҙары арсеналын 40 берәмек техника тулыландырҙы. Яңы LADA Niva Legend автомобилдәре һәм квадроциклдар белгестәргә юлһыҙ шарттарҙа кәрәкле үтеүсәнлек тәьмин итә. Был закон боҙоуҙарҙы оператив асыҡлауҙа хәл иткес фактор булып тора.
Тулыһынса мәғлүмәт https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-01-23/urman-a-ynda-ny-toralar-4547212