Ер йөҙөндә күңелдәргә ҡанат үреүсе, тирә-йүнде һөйөү нуры менән һуғарыусы әсәй бар. Бала иһә Хоҙайҙың иң оло бүләге лә, һынауы ла ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр ауырға ҡалыу менән бәйле проблемаларға юлыға. Быға хеҙмәт шарттары һәм экология, зыянлы ғәҙәттәр, енси юл аша күскән инфекциялар сәбәпсе булыуы ихтимал. Һаулыҡтағы тайпылыштарҙы ваҡытында асыҡлау, йөклөлөккә ҡалмау сәбәптәрен асыҡлау өсөн тикшереү үтеркә кәрәк. Быны 18-ҙән 49 йәшкә тиклемге ҡатындар һәм ирҙәр бушлай, “Ғаилә” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, атҡара ала. “Дәүләт хеҙмәттәре”нең “Сәләмәтлек” порталында йәки үҙегеҙҙең поликлиникағыҙҙа яҙылырға мөмкин. Бының өсөн паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалауы полисы кәрәк.
Ҡатындар түбәндәге тикшереүҙәрҙе үтә:
Ирҙәр өсөн түбәндәге тикшереүҙәр ҡаралған:
Һаулығығыҙ тураһында алдан хәстәрлек күрегеҙ – репродуктив диспансерлаштырыу үтегеҙ.